Сәйәси эшмәкәр, педагог From Wikipedia, the free encyclopedia
Крупская Надежда Константиновна (26 февраль 1869 йыл — 27 февраль 1936 йыл) — сәйәси эшмәкәр, педагог. 1898 йылдан РСДРП ағзаһы. СССР Фәндәр академияһының почетлы ағзаһы (1931). Педагогия фәндәре докторы (1936). Владимир Ильич Ульяновтың (Лениндың) ҡатыны.
Наде́жда Константи́новна Кру́пская (иренең фамилияһы буйынса Ульянова) Санкт-Петербургта ярлы дворян ғаиләһендә тыуған. Атаһы — поручик Крупский Константин Игнатьевич (1838—1883), рус офицерҙары Комитетында ҡатнашҡан, 1863 йылдағы поляк ихтилалында ҡатнашыусыларҙы яҡлап сыҡҡан, әсәһе — Тистрова Елизавета Васильевна (1843—1915), гувернантка.
1889—1990 йылдарҙа Петербург юғары ҡатын-ҡыҙҙар курсында уҡый. 1890 йылда студент марксистик түңәрәгенә инә һәм 1891 — 1896 йылдарҙа Петербургта Смоленск өлкәндәр өсөн йәкшәмбе киске мәктәбендә уҡыта һәм пропаганда эше менән шөғөлләнә.
1894 йылда йәш марксист Владимир Ульянов (Ленин) менән таныша. Уның менән бергә 1895 йылда С.- Петербургта «Эшсе синыфты азат итеү өсөн көрәш союзы» ойошмаһын ойоштороуҙа һәм уның эшмәкәрлегендә ҡатнаша.
1896 йылда ҡулға алына һәм ете ай төрмәлә тотолғандан һуң һөргөнгә Өфө губернаһына ебәрелә. Һөргөндөң бер ни тиклем өлөшөн Енисей губернаһы Шушенское ауылында В. И. Ленин менән бергә үткәрә. 1898 йылдың 10 (22) июлендә Ульянов (Ленин) сиркәү никахына инә. 1898 йылда РСДРП-ға инә. Бер нисә партия псевдонимдары аҫтында (Саблина, Ленина, Н. К., Артамонова, Онегина, Рыба, Минога, Рыбкина, Шарко, Катя, Фрей, Галлилей) билдәле була[8]. 1900—1901 йылдарҙа Өфөлә тимер юл оҫтаханаларындағы түңәрәктә дәрестәр алып бара.
1901 йылда Германияға эмиграцияға китә, «Искра» гәзитенең секретары була. Лондондағы РСДРП съезын әҙерләүҙә һәм үткәреүҙә ҡатнаша. 1905 йылда Ленин менән бергә Рәсәйгә ҡайта, Үҙәк комитеты секретары була. 1905—1907 йылдарҙағы революция ҡыйратылғандан һуң икенсе тапҡыр эмиграцияға китә. Париж эргәһендәге Лонжюмола партия мәктәбендә уҡыта. Лениндың секретары сифатында Рәсәйҙәге партия ойошмалары менән бәйләнештәр булдырырға ярҙам итә, большевистик матбуғаты эшендә әүҙем ҡатнаша.
1917 йылдың апрелендә Ленин менән бергә Рәсәйгә ҡайта, Ленинға Октябрь революцияһын әҙерләүҙә һәм үткәреүҙә ярҙам итә. Пролетар үҫмер хәрәкәтен ойоштороуы менән шөғөлләнә, эшсе йәштәрҙең, к Социалистик союзының, комсомолдың һәм пионер ойошмаһының башында торған. 1917 йылдан мәғариф буйынса Дәүләт комиссияһы ағзаһы була. РКП(б) Үҙәк Комитеты бригадаһы составында Пермь ҡалаһына килә. 1920 йылда Мәғариф халыҡ комиссариаты ҡарамағындағы Главполитпросвет рәйесе була; «Друг детей» йәмғиәте ойоштороу инициаторы була. Совет балаларын тәрбиәләҙә скаут системаһын ҡулланыу буйынса бәхәстә Крупская пионер ойошмаһы формаһы буйынса — скаут, йөкмәткеһе буйынса — коммунистик булырға тейеш тип иҫәпләгән. Был мәсьәләгә Крупская «РКСМ и бойскаутизм» мәҡәләһен бағышлай. Немец коммунисты Эдвин Гернле менән берлектә балаларҙың пролетар, коммунистик тәрбиәһе мәсьәләләрен тикшерә.
Лениндың тол ҡатыны булараҡ уның һәр сығышы ул ваҡытта бик мөһим һанала. 1928 йылдың февралендә «Правда» гәзитендә Крупскаяның «О „Крокодиле“ Чуковского» мәҡәләһе донъя күрә. Бер ни тиклем ваҡыт үткәс, Чуковский "Литературная газета"ла әкиәттәрҙән баш тартыуы хаҡында хатын баҫтырып сығара[10] (ошонан һуң 1942 йылға тиклем ул бер әкиәт тә яҙмай).
1924 йылдан — партияның үҙәк комитеты ағзаһы, 1927 йылдан — ВКП(б)-ның Үҙәк комитетының ағзаһы. Партияның XIV съезында Крупская Г. Е. Зиновьев һәм Л. Б. Каменевтың Сталинға ҡаршы көрәшендә "яңы оппозиция"ны яҡлап сыға, әммә һуңынан был ҡарашын хаталы тип һанап[11], партияның Үҙәк комитетының Пленумдарында Н. И. Бухаринды -хөкөмгә тарттырыу, Л. Д. Троцкий, Г. Е. Зиновьев, Л. Б. Каменевтарҙы партиянан сығарыу өсөн тауыш бирә. Крупская репрессияланғандарҙы яҡлап сыға, әммә күпселек өлөштә һөҙөмтәһеҙ. 1930-сы йылдарҙа Крупская административ-командалыҡ системаның урынлаштырылыуына ҡаршы торорға тырыша, «халыҡ дошмандары» балаларын эҙәрлекләүенә ҡаршы сығыш яһай, әммә ул тулыһынса тиерлек Наркомпрос эшенән ситләтелгән була һәм китапхана эше мәсьәләләре менән шөғөлләнә башлай[12].
Крупская — В. И. Ленин тураһында, коммунистик тәрбиәһе, педагогика һәм большевиктар партияһы тарихы буйынса бик күп хеҙмәттәр авторы. Крупская пионерҙар, совет балалары менән әүҙем яҙыша. СССР-ҙа бик күп музейҙарҙы асыу инициаторы була, шул иҫәптән Пенза өлкәһендә Белинский һәм Лермонтов музейҙары.
Ғүмеренең аҙағына тиклем матбуғатта сығыш яһай, ВКП(б), ВЦИК һәм СССР-ҙың Үҙәк башҡарма комитетының ағзаһы булып ҡала. 1937 йылда СССР-ҙың 1-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты итеп һайлана. СССР-ҙың Юғары Советы Президиумы ағзаһы.
1939 йылда вафат була, кремациянан һуң көлө Мәскәүҙә Ҡыҙыл майҙандағы Кремль диуарында ерләнә[13].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.