Куба
From Wikipedia, the free encyclopedia
Куба (исп. Cuba [ˈkuβa]), рәсми исеме — Куба Республикаһы (исп. República de Cuba [reˈpuβlika ðe ˈkuβa]) — Латин Америкаһында, Кариб диңгеҙендәге утрауҙағы дәүләт. Куба, Хувентуд утрауҙарында һәм Оло Антил утрауҙарының 1600-ҙән ашыу һәм ваҡ утрауҙар төркөмөндә урынлашҡан (Сабан, Лос-Канарреос, Лос-Колорадос, Камагуэй, Хардинес-де-ла-Рейн архипелагтары; Сан-Фелипе утрауҙары.). Көнсығышта Атлантик океан, көньяҡта — Кариб диңгеҙе менән йыуыла. Төньяҡ Америка көнбайышта Юкатан боғаҙы, төньяҡта — Флорида боғаҙы менән айырыла. Унитар дәүләт. Баш ҡалаһы һәм эре ҡалаһы — Гавана. Аҡса берәмеге — песо (1994 йыылдан 2021 йылға тиклем әйләнештә конвертацияланыусы песо)[1]. Рәсми теле — испан теле.
| |||||
Девиз: «Тыуған ил йәки үлем!
(исп. Patria o Muerte)» | |||||
Гимн: «La Bayamesa» | |||||
Үҙаллылыҡ датаһы | 10 декабрь 1898 Испан-Америка һуғышы нәтижәһенде. ( Испания) | ||||
Рәсми тел | испан | ||||
Баш ҡала | Гавана | ||||
Эре ҡалалар | Гавана, Сантьяго-де-Куба | ||||
Идара итеү төрө | Социалистик республика | ||||
Территория • Бөтәһе | 105 110 860 км² | ||||
Халыҡ • Һаны (2009) • Халыҡ тығыҙлығы | ▼11 451 652 чел. (73) 102 чел./км² | ||||
Валюта | Песо (CUP, 37) | ||||
Интернет-домен | .cu | ||||
Код ISO | CU | ||||
МОК коды | CUB | ||||
Телефон коды | +53 | ||||
Сәғәт бүлкәте | -5 |
Куба — БМО (1945), Ҡушылмау хәрәкәте (1961), Кариб дәүләттәре ойошмаһы (1994), Бөтә донъя сауҙа ойошмаһы (1995) ағзаһы.