Кузеев Рәил Ғүмәр улы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Кузеев Рәил Ғүмәр улы ( 10 ғинуар 1929 йыл — 2 август 2005 йыл) — этнолог һәм тарихсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре. 1960—1987 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының рәйес урынбаҫары. Тарих фәндәре докторы (1971), профессор (1972). Рәсәй Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1991)[1], Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы (1991), Сыуаш Республикаһы Фән һәм сәнғәт милли академияһының почётлы академигы (1996). РСФСР‑ҙың (1979) һәм БАССР‑ҙың (1969) атҡаҙанған фән эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (1999). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971), Халыҡтар Дуҫлығы (1975), һәм Почёт (2000) ордендары кавалеры. Өфө ҡалаһының почётлы гражданы.
Рәил Ғүмәр улы Кузеев | ||||
Тыуған көнө |
10 ғинуар 1929({{padleft:1929|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) | |||
---|---|---|---|---|
Тыуған урыны |
СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы Өфө кантоны (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Шишмә районы) Әмин ауылы | |||
Вафат көнө |
2 август 2005({{padleft:2005|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (76 йәш) | |||
Вафат урыны | ||||
Ил | ||||
Ғилми даирәһе | ||||
Альма-матер | ||||
Ғилми дәрәжәһе |
тарих фәндәре докторы (1971) | |||
Ғилми исеме |
профессор, | |||
Награда һәм премиялары |
| |||