Кәнфит
From Wikipedia, the free encyclopedia
Кәнфит (от лат. confectum, «эшләнгән») — төрлө-төрлө, шәкәрле йәки шоколадлы кондитер изделиеһы. Уға шәкәрләнгән емештәр, пралине инә. Ҡағиҙә булараҡ, кәнфиттәрҙең составында 60-75 % шәкәр була. Улар глазурле (глазурь менән ҡапланған), глазурһеҙ һәм шоколад эслеге булған кәнфиттәргә бүленә[1]. «Кәнфит» термины — аптекала эшләүселәрҙең профессиональ жаргонынан килеп сыҡҡан. XVI быуатта был термин, дауаланыу маҡсатында файҙаланылған һәм шәкәрләнгән йәки ҡайнатма итеп эшкәртелгән емеш-еләкте аңлата. Тора-бара ул төрлө ингредиенттарҙан торған кондитер изделиеларының киңерәк теҙмәһен аңлата.