From Wikipedia, the free encyclopedia
Кәрәҙле көмбәҙ, моҡарнастар (перс. مقرنس, исп. muqarnas; ғәр. مقرنص), сталактиттар; рус. Сотовый свод) — традицион ғәрәп һәм фарсы архитектураһының үҙенсәлекле элементы; бал ҡорто кәрәҙҙәренә йәки сталактиттарға оҡшаған йыйырсыҡлы көмбәҙ төрҙәре[1][2].
Кәрәҙле көмбәҙ | |
Кәрәҙле көмбәҙ Викимилектә |
Был күҙәнәкле көмбәҙ элементы шулай уҡ моҡарнас (моҡарна) йәки кәрәҙ тип атала. Моҡарналар архитектура элементы сифатында ҡулланыла ала (көмбәҙ яһау) йәки тик орнаменталь функцияға эйә[3].
Моҡарнастың иң тәүге миҫалы Сәмәррә эргәһендә, Шәрәф әд-Дәүлә кәшәнәһе (Имам Дур кәшәнәһе) янында табылған. Кәрәҙле көмбәҙҙең башҡа миҫалдары — Альгамбра (Гранада), Ғәббәсиҙәр һарайы (Бағдад), солтан Ҡайытбей төрбәһе (Мысыр). Кәрәҙле көмбәҙҙе биҙәү өлгөһө — Палермолағы Сицилия королдәре һарайында Палатина капеллаһының түбәһе (яҡынса 1140 й.).
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.