Көньяҡ Америка тарихы
Көньяҡ Америка континентындағы үткән ваҡиғалар һәм кешеләр / From Wikipedia, the free encyclopedia
Көньяҡ Америка тарихын шартлы рәүештә өс этапҡа бүлергә мөмкин. Беренсеһе — автохтон цивилизацияларҙың барлыҡҡа килеү, сәскә атыу һәм бөлгөнлөккә төшөү осоро (инкылар һ.б.). Икенсеһе — 1500—1800 йылдарға Европа баҫып алыуҙары (Конкиста) һәм колониализм дәүере, ул саҡта континенттың күп өлөшө Европаның ике иленә (Испания һәм Португалия) бойондороҡло була. Өсөнсө — бойондороҡһоҙлоҡтан һуңғы осор.