Көрәш
From Wikipedia, the free encyclopedia
Көрәш (милли көрәш) — башҡорттарҙа борондан килгән милли спорт төрө, ике көрәшсенең ҡапма-ҡаршы тороп бер‑береһенең биле аша билбауҙы (ҡушаҡты) ике ҡул менән эләктереп, үҙ-ара алышыуы. Шулай уҡ башҡа төрки халыҡтарҙа таралған, Һабантуй һәм йыйын байрамдарының мөһим элементы булып тора.