Лаборатория
From Wikipedia, the free encyclopedia
Лаборатория — махсус тикшереүҙәр һәм тәжрибәләр (физик, химик, механик, физиологик, механик һ.б.) үткәреү өсөн йыһазландырылған бина йәки булмә. Лабораториялар завод, аптека, уҡыу йорттары, фәнни-тикшереү учереждениеларында була.
Лаборатория һүҙен башҡа эш урындары өсөн дә ҡулланырға мөмкин:
- фильм һәм фотолаборатория
- компьютер лабораторияһы
- медицина лабораторияһы
- наркотиктар эшләй торған йәшерен лаборатория
Фәнни лабораториялар мәктәптәрҙә, университеттарҙа, госпитальдәрҙә, дәүләт һәм хәрби объекттарҙа, шулай уҡ диңгеҙ һәм космос караптарында булырға мөмкин.