Ланч
From Wikipedia, the free encyclopedia
Ланч (ингл. Lunch) (совет әҙәбиәтендә шулай уҡ «ленч» транслитерацияһы ҡулланылған) — инглиз телендә һөйләшкән илдәрҙә — төшкө ашты ашауҙы аңлатҡан Luncheon һүҙенән алынған ҡыҫҡартыу[1].
XVII быуатта инглиз телле илдәрҙә башҡа атама ҡулланылған — dinner («төшкө аш»), Великобританияла, өлөшләтә Канадала ҡайһы берҙә һаман да төш ваҡытында ашап алыуҙы аңлатҡан был атама ҡулланыла. АҠШ-та dinner термины төштән һуңғы тамаҡ ялғауға ҡарата ҡулланыла, ә XIX быуаттан башлап киске ашты аңлата башлаған, электән ҡулланылған supper һүҙе ҡыҫырыҡлап сығарылған, үҙ сиратында supper һүҙе киске аштан да һуңыраҡ, ярты төнгә яҡыныраҡ тамаҡҡа ашауҙы аңлата.
«Ланч» һүҙе йәкшәмбе һәм Рождество, Пасха, Рәхмәтле булыу көнө (День благодарения) кеүек байрамдарҙа төштән һуңғараҡ, сәғәт икенән дүрткә саҡлы, өҫтәлгә килтерелгән ашамлыҡ һәм һаман да dinner (төшкө аш) тип атала.
Уға бәйле төшөнсәләр барлыҡҡа килтереү өсөн, мәҫәлән:
- lunch break — эштә һәм мәктәптәрҙә ланч өсөн рөхсәт ителгән тәнәфес.
- bag lunch («пакеттағы ланч») — 1980-се йылдарҙа, микро тулҡынлы мейестәргә саҡлы, Төньяҡ Америкала эш урындарында эсенә сэндвич һәм йыш ҡына бер бөтөн емеш һәм берәй төрлө тәмлекәс һалынған һоро ҡағыҙҙан эшләнгән стандарт упаковка.
- lunchbox («ланч өсөн ҡумта») — Британияла, Америкала, йәки Австралияла, эсенә сэндвич, чипсы һәм напиток, моғайын, шоколад батончигы һәм бер-ике емеш һалынған төшкө аш өсөн тәғәйенләнгән төргәк. Америкалағы кеүек, Британияла был традицияға алмашҡа кафелар килгән. Әммә шулай әҙерләнгән ашамлыҡ йыйылмаһы (набор) төҙөүселәр һәм уҡыусылар араһында бөгөнгө көндә лә киң таралған.