![cover image](https://wikiwandv2-19431.kxcdn.com/_next/image?url=https://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/2/2d/%25D0%2590%25D0%25BD%25D0%25B0%25D0%25B1%25D0%25B0%25D1%2580%25D1%2581%25D0%25BA%25D0%25B8%25D0%25B9_%25D0%25B7%25D0%25B0%25D0%25BB%25D0%25B8%25D0%25B2.jpg/640px-%25D0%2590%25D0%25BD%25D0%25B0%25D0%25B1%25D0%25B0%25D1%2580%25D1%2581%25D0%25BA%25D0%25B8%25D0%25B9_%25D0%25B7%25D0%25B0%25D0%25BB%25D0%25B8%25D0%25B2.jpg&w=640&q=50)
Лаптевтар диңгеҙе
From Wikipedia, the free encyclopedia
Лаптевтар диңгеҙе — Төньяҡ Боҙло океан диңгеҙе. Көнбайышта Төньяҡ Ер утрауҙары, көньяҡ-көнбайышта Таймыр ярымутрауы, көньяҡта Себерҙең төньяҡ яр буйы һәм көнсығышта Яңы Себер утрауҙары менән сикләнгән. Урыҫ поляр тикшеренеүселәре — ике туған ағалы-энеле Дмитрий һәм Харитон Лаптевтар хөрмәтенә аталған, 1935 йылға тиклем Норденшёльд диңгеҙе атамаһын йөрөткән.
Лаптевтар диңгеҙе | |
---|---|
![]() | |
Майҙаны | 672 000 км² |
Күләме | 363 000 км³ |
Яр буйы оҙонлоғо | 1300 км |
Иң ҙур тәрәнлек | 3385 м |
Уртаса тәрәнлек | 540 м |
![]() Лаптевтар диңгеҙе | |
![]() |
Диңгеҙ йылына туғыҙ айҙан күберәк температураһы 0 °C-тан түбән булған ҡырыҫ климатҡа, һыуҙың түбән тоҙлолоғона, ярлы флора һәм фаунаға, һәм шулай уҡ яр буйҙары халҡының аҙ һанлы булыуына эйә. Август һәм сентябрь айҙарынан башҡа ваҡытта диңгеҙ тулыһынса боҙ менән ҡаплана.
Лаптевтар диңгеҙендә бер нисә тиҫтә утрауҙар бар, уларҙың күптәрендә яҡшы һаҡланған мамонт ҡалдыҡтарын табалар.
Файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу һәм Төньяҡ диңгеҙ юлы буйлап навигация был төбәктә кеше эшмәкәрлегенең төп төрҙәре булып тора. Балыҡ тотоу һәм һунар итеү таралған, әммә улар иҡтисади әһәмиәткә эйә түгел. Иң эре тораҡ пункт һәм порт — Тикси.