From Wikipedia, the free encyclopedia
Лилит (йәһ. לילית) — йәһүд мифологияһында Әҙәмдең беренсе ҡатыны. Христиандарҙың ҡайһы бер апокриф (библияға инмәгән) китаптарында телгә алына, мәҫәлән, Ҡумран ҡулъяҙмаларында.
Риүәйәт буйынса, Әҙәм менән айырылышҡас, Лилит сабыйҙарҙы үлтереүсе иблискә әйләнә. Был персонаж ғәрәп мифтарында ла бар.
Лилит исеме Гилгәмеш эпосында ла осрай.
Әҙәм һымаҡ үҙен дә Аллаһтың ижад емеше тип иҫәпләгәнгә Лилит иренә буйһонорға теләмәй.
Ягве Аллаһының йәшерен исемен әйтеп, Лилит һауаға күтәрелә һәм Әҙәмдән китә. Әҙәм Ягваға мөрәжәғәт итә. Ягве Лилит артынан өс фәрештәне ебәрә: Сена, Самангелоф, Сансена (Snvi, Snsvi, һәм Smnglof) .[1]
Фәрештәләр уны Ҡыҙыл диңгеҙ янында ҡыуып етәләр, ләкин Лилит ире янына ҡайтыуҙан баш тарта.
Фәрештәләр уға үлем менән янай, Лилит уларға, алла тарафынан сабыйҙарҙы үлтерергә ебәрелгәнмен, тип алдай, ләкин үҙенең йәки берәй фәрештәнең исеме яҙылған бетеүе булған балаларға теймәйәсәген әйтә. Фәрештәләр уға яза бирә. Был язаның өс версияһы бар: һәр төн уның йөҙҙәрсә сабыйы вафат була; ул иблистәрҙе генә тыуҙыра ала; йә алла уны түлһеҙ итәсәк.
Йәһүдтәрҙә Лилитты сабый балаларҙы урлаусы йә уларҙы алмаштырыусы, йәиһә тыуҙырыусы ҡатын-ҡыҙҙы зәхмәтләндереүсе, түлһеҙлеккә килтереүсе булып иҫәпләнә.
Лилит тураһындағы легендалар йәһүдтәрҙең сабый бишегенә фәрештәләр исеме яҙылған бетеү элеү йолаһын аңлата. Лилит зыян килтермәһен өсөн бәпесләүсе ҡатындарға уҡылған өшкөрөүсе доғаларҙа уны туҡтатырға тырышҡан өс фәрештәнең исемен генә түгел, Лилиттың ҡайһы бер исемдәре лә булырға тейеш: Батный (ҡарын), Одем (ҡыҙыллыҡ) йәки Аморфо (формаһы юҡ). Ошо уҡ риүәйәт сабыйҙарҙың ҡулына ҡыҙыл еп бәйләү йолаһын да аңлата, сөнки Лилит ҡыҙыл төҫтән ҡурҡа тип иҫәпләнә. Айырыуса, малайҙарҙы сөннәтләү алдынан булған төн ҡурҡыныс тип һанала, сабыйҙы Лилиттан һаҡлап алып ҡалыу өсөн атаһы төн буйы доғалар уҡырға тейеш булған.
Лилит исеме әрмән ҡатын-ҡыҙҙары араһында популяр. Әрмәнстанда был исем үҙенең эйәһенә гүзәллек, хужалыҡсыллыҡ, түллелек килтерә тип иҫәпләнә.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.