Луи Пастер (франц. Louis Pasteur, французса әйтелеше: [pastœʁ lwi][19][Прим. 1]; 27 декабрь 1822, Доль, Юра департаменты — 28 сентябрь1895 , Гарш янындағы Вильнёв-л’Этан)[20] — француз химигы һәм микробиологы, Француз академияһы («үлемһеҙ»; 1881) ағзаһы. Пастер, әсеүҙең (әсеп ҡабарып сығыуҙың) һәм хайуандар менән кешеләрҙең бик күп ауырыуҙарының микробиологик асылын күрһәтеп, микробиологияға, шулай уҡ себер язваһын, тауыҡ холераһын һәм ҡотороуҙы вакцинациялауға һәм уға ҡаршы вакцинаға фәнни нигеҙ һалыусы була. Пастерҙың кристалдар төҙөлөшө һәм поляризация күренештәре өлкәһендәге эштәре стереохимия нигеҙенә ята. Пастер хәҙерге ваҡытта тормоштоң ҡайһы бер формаларының үҙенән-үҙе барлыҡҡа килеүе тураһында бәхәскә нөктә ҡуя, тәжрибә юлы менән бының булыуы мөмкин түгел икәнен иҫбат итә. Кешелеккә Пастер үҙе уйлап тапҡан һәм һуңыраҡ уның исеме менән аталган пастеризация технологияһы арҡаһында киң билдәле.
Ҡыҫҡа факттар Зат, Гражданлыҡ ...
Луи Пастер |
франц. Louis Pasteur[1] |
|
|
Зат |
ир-ат[2][3][1][…] |
Гражданлыҡ |
Франция[1] |
Тыуған көнө |
27 декабрь 1822({{padleft:1822|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})[4][5][6][…] |
Тыуған урыны |
Доль[d], Реставрация Бурбонов[d][7][1] |
Вафат булған көнө |
28 сентябрь 1895({{padleft:1895|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:28|2|0}})[4][6][8][…] (72 йәш) |
Вафат булған урыны |
Вильнёв-л’Этан[d], Марн-ла-Кокетт[d][9][1] |
Үлем төрө |
тәбиғи үлем[d][1] |
Үлем сәбәбе |
остановка сердца[d][1] |
Ерләнгән урыны |
[1][10] Париждағы Нотр-Дам соборы[10] |
|
Атаһы |
Jean-Joseph Pasteur[d][1] |
Хәләл ефете |
Мари Лоран[d][1] |
Балалары |
Marie-Louise Pasteur[d][1] һәм Jean-Baptiste Pasteur[d] |
Яҙма әҫәрҙәр теле |
Француз теле |
Һөнәр төрө |
микробиолог, химик, университет уҡытыусыһы, биохимик, агроном, тәбиғәт фәндәре белгесе, биолог, литограф, мәҙәниәт хеҙмәткәре, ботаник |
Эшмәкәрлек төрө |
химия[1] һәм микробиология[1] |
Эш урыны |
Страсбургский университет[d][1] Университет Лилль[d][11][1] Высшая нормальная школа[d][1] Центральная школа Лилля[d][1] Университет Лилля — Северной Франции[d] Институт Пастера[d] Университет Лилль I[d] |
Биләгән вазифаһы |
seat 17 of the Académie française[d][12] |
Уҡыу йорто |
Высшая нормальная школа[d][1] Лицей Сен-Луи[d][1] Париж университеты |
Ғилми дәрәжә |
медицина докторы[d], тәбиғәт фәндәре докторы[d], honoris causa[d] һәм фәлсәфә докторы[d] |
Ғилми етәксе |
Антуан Жером Балар[d][1] |
Аспиранттар |
Виктор Бабеш[d], Ру, Пьер Поль Эмиль[d], Альбер Кальмет[d], Гамалея Николай Фёдорович һәм Вассерзуг, Этьен[d] |
Уҡыусылар |
Шарль Фридель[d][1], Шамберлан, Шарль Эдуард[d][1] һәм Ру, Пьер Поль Эмиль[d][1] |
Монашеский орден |
Францисканцы[d] |
Баҫма эштең авторҙашы |
Popular Science[d] |
Архивы хранятся в |
Национальная библиотека Франции[d][13] һәм Француз фәндәр академияһы[d][14] |
Ойошма ағзаһы |
Лондон король йәмғиәте[d][15], Парижское филоматическое общество[d][1], академия наук Лилля[d][1], Француз академияһы[d][1][12], деи Линчеи милли академияһы[d][1], Америка фәлсәфә йәмғиәте[d][1], АҠШ фәндәр милли академияһы[d][16][1], Санкт-Петербург фәндәр академияһы[d][1], Швеция король фәндәр академияһы[d][1], Венгрия фәндәр академияһы[d][1], Греческое филологическое общество Константинополя[d][1], Нидерланд король фәндәр академияһы[d][1], Француз фәндәр академияһы[d][1][17], Познанское общество друзей наук[d][1], Америка сәнғәт һәм фәндәр академияһы[d][1], Рәсәй Фәндәр академияһы[1], Сербия фәндәр һәм сәнғәттәр академияһы[d][1], Италия милли фәндәр академияһы[d][18][1], Парижская медицинская академия[d][1] һәм Королевская академия медицины Бельгии[d][1] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
|
Хеҙмәттәре тупланмаһы |
Музей Пастера[d] |
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы |
авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d] |
Файлы артиста по адресу |
Frick Art Reference Library[d] |
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы |
Louis Pasteur |
Луи Пастер Викимилектә |
Ябырға
Пастер тире-күн эшкәртеүсе ғаиләһенән сыҡҡан булһа ла, төрлө яҡлы белем ала, атап әйткәндә, нәфис сәнғәт һәләтенә лә эйә була. Ғалим карьераһын һайлап, шарап кислотаһы кристалдарының структураһын асып, 26 йәшендә физика профессоры булып китә. Дижондағы лицейҙа һәм Страсбург университетында күпмелер ваҡыт эшләй һәм өс йыл дауамында Лилльдә тәбиғәт фәндәре факультетының деканы була. 1859—1867 йылдарҙағы студенттар сыуалыштарынан һуң ул үҙен тулыһынса ғилми-тикшеренеү эштәренә бағышлай, 1867—1888 йылдарҙа физиологик химия лабораторияһын етәкләй. 1859—1864 йылдарҙа Пастер микроорганизмдарҙың үҙенән-үҙе барлыҡҡа килеүе (самозарождение) һәм шуның менән бер рәттән шарап һәм һыра етештереү һәм уларҙы ташыу ваҡытында продукцияның күпләп әсеү (ҡабарып сығыу) процессын өйрәнеү менән шөғөлләнә. 1865 йылда Луи Пастер Францияның көньяғында ебәк эшкәртеүгә ҙур зыян килтергән ебәк ағасы (тут) күбәләге эпидемияһы сәбәптәрен өйрәнә башлай. 1870-се йылдарҙа Пастер шәхси драма кисереү арҡаһында (ғалимдың өс балаһы тифтан һәләк булған була) тулыһынса тиерлек медицина мәсьәләләренә күсә (1873 йылдан алып Милли медицина академияһы ағзаһы). 1868 йылда Бонн университеты Пастерға медицина фәндәре докторы honoris causa дәрәжәһе бирә, тик Франция-пруссия һуғышынан һуң , 1871 йылда, Пастер сәйәси мотивтар буйынса был дәрәжәнән баш тарта. 1888 йылда Парижда Пастер институтын асыуға өлгәшә, бында институттың тәүге директоры була һәм был вазифала үҙенең вафатына тиклем ҡала. Ул институт төрбәһендә ерләнә.
Донъяның төрлө илдәренең бик күп фәнни һәм дәүләт наградаларына лайыҡ була. Луи Пастерҙың вафат булған көнөнә Бөтә донъя ҡотороуға ҡаршы көрәш көнө тап ителгән — былиҫтәлекле дата йыл һайын билдәләнә[21].