Лучано Паваротти
Италияның опера йырсыһы / From Wikipedia, the free encyclopedia
Лучано Паваротти (итал. Luciano Pavarotti; 12 октябрь 1935 йыл, Модена — 6 сентябрь 2007 йыл, Модена) — итальян опера йырсыһы (лирик тенор), ХХ быуаттың икенсе яртыһында иң күренекле опера йырсыларының береһе.
Үҙенең вокаль оҫталығы, еңел генә үҙенсәлекле тауыш сығарыуы менән бер рәттән «ихласлыҡ менән күңел көрлөгө бөркөлөп торған индивидуаллек» Павароттины 20-се йөҙ йыллыҡтың «суперйондоҙҙарының береһенә» әйләндерә, тип билдәләйҙәр. Популяр булып китеүенә матбуғатта йыш күренеүе һәм телевидениела сығыштарының ураған һайын ҡабатланып тороуы ла булышлыҡ итә.
Лучано Паваротти 1990 йылда Италияла FIFA-ның донъя кубогы уйындарын асыу тантанаһында Nessun Dormaны башҡарғандан һуң поп-сәнғәтенә килеп инә. Павароттиның Пласидо Доминго һәм Хосе Каррерас менән хеҙмәттәшлеге ошо уҡ осорҙа «Өс тенор» проектында — өс артистың опера репертуарын киң аудиторияға еткереү маҡсатында ойошторолған концерттар циклында башлана. Артабан «Өс тенор» 15 йыл буйына бергәләп сығыш яһай һәм ҙур коммерция уңышына өлгәшә. Бынан тыш йырсы күп кенә поп — рок-башҡарыусылар менән дуҫтарса мөнәсәбәттә була, күп тапҡыр улар менән «Паваротти һәм дуҫтары» тип аталған берлектәге концерттарҙа ҡатнаша. Өҫтәүенә Паваротти, академик йырсы булараҡ, опера донъяһында үҙ статусын даими хуплап тора.
Паваротти хәйриә эшмәкәрлегенә ҙур иғтибар бүлә, уның ҡасаҡтар һәм Ҡыҙыл Тәре һәм Ҡыҙыл Ярым Ай халыҡ-ара ойошмаһы өсөн аҡса йыйыу буйынса эше наградалар менән билдәләнә.