From Wikipedia, the free encyclopedia
Людевит Гай ( хор. Ljudevit Gaj; ; 8 август 1809, Крапина, - 20 апрель 1872, Загреб ) - Хорватия шағиры, педагог, лингвист, иллиризм әҙәбиәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе.
Людевит Гай әҙәби хорват теленә нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Бәләкәйҙән ул ҙур лингвистик һәләттәрен күрһәтә. 1826 йылда Людевит Карловацела тыуған ҡалаһының тарихын латинса баҫтырып сығара һәм шул уҡ йылды китабының немецса тәржемәһен яһай һәм нәшер итә.
1830 йылда Гай хорват теленең грамматикаһын — «Хорват-славян орфографияһының ҡыҫҡаса нигеҙе» («Kratka osnova hrvatsko-slavenskoga pravopisanja») төҙөй һәм баҫтыра. Быға тиклем Хорватияла ете төрлө орфография булһа, уларҙан Гай бер серб теленә яҡын булған штокав диалектын һайлап ала (уның тыуған диалекты кайкав булһа ла).
Людевит Гай яҡшы журналист була. 1834 йылда ул «Новине хорватске» газетаһын, 1835 йылда"Даница хрватска, славонска и далматинска" («Danicza horvatzka, slavonzka y dalmatinzka») әҙәби журналын үҙ типографияһында баҫтыра башлай. Уларҙың биттәрендә Гай иллиризм лозунгыһы — Көньяҡ славяндар мәҙәни берҙәмлеге идеяһын алға һөрә . Шуға бәйле рәүештә, 1836 йылда Гай үҙенең газетаһының исемен «Илириске народне новине» («Ilirske narodne novine») тип үҙгәртә, ә журнал «Драница лирка» («Danica ilirska») тип атала башлай.
1840 йылда Людовит Гай Рәсәй империяһынә килеп, Санкт-Петербургта һәм Мәскәүҙә була, был Австрияла һәм Венгрияла уның сәйәси ышаныслылығы тураһында шиктәр тыуҙыра. Уларҙы юҡҡа сығарыу өсөн, Гай 1841 йылда рәсми иғлан итеү яһаһа ла, 1843 йылда рәсми рәүештә «Иллиризм», «Иллир» терминдарын ҡулланыу тыйыла. Гай тағы бер ҡабат газетаһының һәм журналының исемдәрен үҙгәртә.
1848 йылда Людовит Гай Хорватия Короллегенең азатлығы өсөн көрәштә әүҙем ҡатнаша.
1867 йылда Гай Русияға икенсе тапҡыр килә. Ғүмеренең аҙағында ул әүҙем йәмәғәт эшсәнлегенән ситләшә.
Людовит Гайҙың XIX быуатта Мирогой зыяраты урынлашҡан ер киҫеме булған. Гай шунда ерләнгән.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.