![cover image](https://wikiwandv2-19431.kxcdn.com/_next/image?url=https://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/d/da/Matsuo-Basho-Tomb.jpg/640px-Matsuo-Basho-Tomb.jpg&w=640&q=50)
Мацуо Басё
From Wikipedia, the free encyclopedia
Мацуо Басё (япон. 松尾芭蕉, Matsuo Bashō (псевдоним); ысын исемендә Басё урынына Киндзаку тора, йәше етеү исеме — Мунэфуса (япон. 宗房); тағы бер исеме — Дзинситиро (япон. 甚七郎)) — күренекле япон шағиры, шиғриәт теоретигы. 1644 йылда Хонсю утрауының Ига провинциялағы Уэно замоклы ҡалаһында тыуған. 1694 йылдың 12 октябрендә Осакала вафат.
Сығышы менән самурай ғаиләһенән. Шиғриәтте 1664 йылда Киотола өйрәнә башлай. 1672 йылда Эдо ҡалаһында дәүләт хеҙмәтенә эшкә төшә, һуңғараҡ шиғриәт буйынса дәрестәр бирә. Мацуо Басёға билдәлелекте уның комик рэнгта оҫталығы алып килә[10], әммә төп ҡаҙанышы уның — хайку жанрына һәм эстетикаһына индергән өлөшө[11]. Ул пейзаж жанры лирикаһына нигеҙләнгән саф комик жанрын алдынғы лирик жанрына әүерелдерә[12], уға философик мәғәнә һала.
Уның образдар системаһы, тасуирлау саралары, художество үҙенсәлеге берҙәмлеген ябай нәфислек, гүзәллектең гармонияһы, донъя гармонияһын тойоу тәрәнлеге айырып тора. 1680-се йылдарҙа Басё дзэн-буддизм йоғонтоһо аҫтында үҙенең ижадында «йәнләндереү» принцибын ҡуллана[10].
Басё үҙенән һуң 7 антология ҡалдыра, уларҙы булдырыуҙа уның уҡыусылары ла ҡатнаша: «Ҡышҡы көндәр» (1684), «Яҙғы көндәр» (1686), «Юҡҡа сыҡҡан баҫыу» (1689), «Ҡабаҡ» (1690), «Маймылдың һалам кейеме» (1-се китап, 1691, 2-се китап, 1698), «Күмер тоғо» (1694), лирик көндәлектәр, китаптарға һәм шиғырҙарға инеш һүҙҙәр, сәнғәт һәм шиғриәттәге ижад процесы тураһында уйланыуҙар булған хаттар[10]. Лирик юлъяҙма көндәлектәр пейзаждарҙы, осрашыуҙарҙы, тарихи ваҡиғаларҙы тасуирлауҙы үҙ эсенә алған. Уларға шәхсән яҙылған шиғырҙар һәм күренкле шағирҙарҙың әҫәрҙәренән цитаталар индерелгән. Улар араһында иң яҡшыһы тип «Себер һуҡмаҡтарынан» («Окуно хосомити», 1689) һанала[11].
Басёның шиғриәте һәм эстетикаһы ул осорҙағы япон әҙәьиәтенә бик ҙур йоғонто яһаған[10], «Басё стиле» япон шиғриәтенең үҫешен 200 йылға тиклем тиерлек билдәләй[11].