хайуандарҙың.енси булмаған һәм енси юл менән үрсеүсе быуындарының тәбиғи сиратлашыуынан торған йәшәү циклы формаһы. From Wikipedia, the free encyclopedia
Метагенез (шулай уҡ быуындар алмашыныуы) — хайуандарҙың.енси булмаған һәм енси юл менән үрсеүсе быуындарының тәбиғи сиратлашыуынан торған йәшәү циклы формаһы.
Метагенез күпселек гидроид һәм сцидоидлы эсәк ҡыуышлыларға(лат. книдарии, йәки Cnidaria) хас.
Медуза стадияһы — енси быуын, ә енси булмаған быуын — полиптары[1].
Классик метагенезға миҫал— сальпылар (Кл. Thaliacea). Уларҙың йәшәү циклында ике быуын сиратлашып килә: бөрөләнеп үрсеүсе яңғыҙаҡ оозооидтар һәм колониаль гермафродит бластозооид стадиялары [2].
Бынан тыш, метагенез хайуандарҙың башҡа күп кенә төркөмдәренә йәки күп кенә башҡа айырым таксон вәкилдәренә хас булыуы мөмкин. Мәҫәлән, эпиток (енси стадия) стадиялары булған күп төклө селәүсендәр , йәки личинка стадияһында уҡ үрсеү ала торған паразит яҫы селәүсендәр[2].
Был термин йәшәү циклы алмашынып килгән күп күҙәнәкле хайуандар өсөн ҡулланыла. Сөнки, ҡайһы бер протистарҙа ла (мәҫәлән, апикомлекс йәки фораминифер) йәшәү циклдарында енси һәм енси булмаған стадиялар алмашыныуы күҙәтелә. Әммә уларға ҡарата метагенез[3] термины ҡулланылмай, ә процесты бары «быуындар алмашыныуы» тип кенә атайҙар [4]
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.