Метеорология
From Wikipedia, the free encyclopedia
Метеороло́гия (бор. грек. μετεωρο-λογία — «һауа күренештәре тураһында фекер йөрөтөү», бор. грек. μετ-έωρα — «һауа күренештәре» (др.-греч. μετέωρος metéōros — атмосферные и небесные явления, «небесный») + бор. грек. λογία — фән) — Ер атмосфераһы төҙөлөшө һәм үҙенсәлектәре, унда барған физик һәм химик процестар тураһында белемдең фәнни-ғәмәли өлкәһе.
Метеорология | |
Ҡыҫҡаса атамаһы | météo һәм meteo |
---|---|
Өйрәнеү объекты | Һауа торошо һәм циркуляция атмосферы[d] |
Метеорология Викимилектә |
Күп кенә илдәрҙә метеорологияны атмосфера физикаһы тип йөрөтәләр, был уның бөгөнгө тәғәйенләнешенә нығыраҡ тап килә.
Метеорологтарҙың күбеһе һауа торошон күҙаллауҙың, климат, атмосфераны тикшереүҙең (радарҙар, спутниктар һәм башҡалар менән) моделен әҙерләү менән шөғөлләнә. Ҡалғандары авиация, диңгеҙ флотын, ауыл хужалығын, төҙөлөштө һауа торошон күҙаллау менән тәьмин итеүсе хөкүмәт ойошмаларында һәм хәрби ойошмаларҙа, шәхси компанияларҙа эшләй, шулай уҡ уларҙы радио һәм телевидение аша тапшыра .