китап From Wikipedia, the free encyclopedia
Мешари (алб. Meshari) — албан телендә нәшер ителгән беренсе баҫма китаптың атамаһы. Хәҙерге ваҡытта берҙән-бер экземплярҙа һаҡлана.
Мешари | |
Атамаһы | Meshari |
---|---|
Ил | Венеция республикаһы[d] |
Әҫәрҙең теле | албан теле |
Башланыу датаһы | 20 март 1554 |
Тамамланыу датаһы | 5 ғинуар 1555 |
Нәшер ителеү ваҡыты | 1555 |
Биттәр | 220 |
Авторлыҡ хоҡуғы статусы | 🅮[d] һәм 🅮[d] |
Китап яҡынса 1555 йылда Венеция ҡалаһында католик епискобы Гён Бузук тарафынан нәшер ителә. Мешари 1740 йылда Скопьела табыла, күпмелер ваҡыт үткәс, уның тураһындағы мәғлүмәт юғала. 1910 йылда католик епискобы Лузи Скироя китаптың күсермәһен таба. 1930 йылда китаптың фотокүсермәһе эшләнә, һәм 1968 йылда китап ғалимдарҙың аңлатмалары менән бергә нәшер ителә.
Хәҙерге ваҡытта китаптың төп нөсхәһе Ватикан китапханаһындаһаҡланв. Ватикан экземплярында титул бит һәм тәүге 16 бит юҡ.
Китап — католик литургияһының төп өлөшөнөң албан теленә тәржемәһе, шуға күрә албанса исеме ғибәҙәт ҡылыу буйынса китап Missale-нең латинса әйтелешенән алынған. Китапта шулай уҡ төп католик байрамдары исемлеге, доғалар, изге литаниялар, Библиянан өҙөктәр һәм катехизистың аңлатмалары бирелгән. Китап һәр береһе ике бағанаға бүлгән 188 биттән тора.
Китап албан теленең төньяҡ диалектында (гег телендә) латин графикаһы менән, Ћ кириллик хәрефен ҡулланып, яҙылған[1].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.