Милтон-Кинс
From Wikipedia, the free encyclopedia
Милтон-Кинс (ингл. Milton Keynes) — Бөйөк Британияның Бакингемшир графлығының көньяҡ-көнсығышындағы ҡала, Лондондан төньяҡ -көнбайышҡа табан 72 км-ҙа урынлашҡан. Милтон-Кинс унитар берәмегенең административ үҙәге.
Милтон-Кинс | |
ингл. Milton Keynes | |
Нигеҙләү датаһы | 23 ғинуар 1967 |
---|---|
Дәүләт | Бөйөк Британия[1] |
Административ үҙәге | Милтон-Кинс (унитар берәмек) |
Административ-территориаль берәмек | Милтон-Кинс (унитар берәмек) |
Сәғәт бүлкәте | UTC±0:00[d] һәм UTC+1:00[d] |
Историческое графство | Бакингемшир[d] |
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан | Грейт-Уз[d] |
Халыҡ һаны | 207 057 кеше (2011)[2] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 102 метр |
Туғандаш ҡала | Шверте, Алмере һәм Хуайань[d] |
Сиктәш | Deanshanger[d] |
Майҙан | 88 км² |
Почта индексы | MK1 - 15 |
Рәсми сайт | milton-keynes.gov.uk |
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр | 41 026 |
Урындағы телефон коды | 01908 |
Географический код Великобритании | SP841386 |
Милтон-Кинс Викимилектә |
Англияның Милтон-Кинс ҡалаһы тулыһынса алдан әҙерләнгән план буйынса төҙөлгән яңы ҡала. Ул ҡаланың тарихи үҙәге юҡ, ә уның урынында сауҙа үҙәге (ингл. mall) тора. Уның оҙонлоғо 3 милгә тигеҙ һәм Европаның иң оҙон сауҙа ҡалаһы булараҡ Гиннестың рекордтар китабына индерелгән. Ҡала планының үҙенсәлектәре булып тиҙ йөрөй торған 1 километр оҙонлоғондағы шосселар селтәре менән ҡапланыуы тора, был арауыҡтағы ҡала төҙөлөшө традицион формала. Шосселар киҫешкән урындарҙа транспорт сиселештәре (roundabout) ҡулсалары бар, был машиналарға светофор сигналдарын көтөүҙән ҡотолорға мөмкинлек бирә.
Шул уҡ ваҡытта ҡаланың составына б. э. тиклемге iv быуаттағы римлеләр ваҡытынан ҡалған ауылдар инә.
Йәйәүлеләр өсөн юл бөтә ҡала аша үтә (redways), шулай уҡ велосипедтар һәм аттар өсөн юлдар бар. Был юлдар киҫелешкән урында юл өҫтөндә йәки ер аҫтында юл үткәүелдәре төҙөлгән. Шулай итеп туранан-тура автомобиль транспорты менән киҫешкән урын юҡ тиерлек.
Күңел асыу урыны булып Хscape йыл әйләнәһенә эшләүсе тау саңғыһы үҙәге бар[3]. Бинаның конструкцияһы үҙенсәлекле формала (ҡара. фото). Шулай уҡ күптән түгел Хscape күңел үҙәгендә скайдайвинг өсөн аэро ҡоролма ҡуйылған.
Ҡала Оксфорд, Кембридж, Лондон һәм Бирмингем ҡалаларынан бер үк алыҫлыҡта тора. Бакингемға тиклем юл бөтәһе 20 минут ваҡытты алып тора, ә унда Англиялағы берҙән-бер Бермингем шәхси университеты бар.
Һуғыш йылдарында Британияның Блетчли Парке криптографик үҙәге эшләй алан тьюринг. Һуңыраҡ Блечли Милтон-Кинс составына инә.