Минерва
рим мифологияһында аҡыл һәм һуғыш алиһәһе / From Wikipedia, the free encyclopedia
Минерва (лат. Minerva) — боронғо рим аҡыл һәм һуғыш алиһәһе, һөнәрселәрҙе, яҙыусыларҙы, актёрҙарҙы, шағирҙарҙы, рәссамдарҙы, уҡытыусыларҙы, уҡыусыларҙы һәм табиптарҙы ҡурсалаусы. Ул атаһы Юпитер һәм уның ҡатыны Юнона менән бергә Боронғо Римдың иң хөрмәтле илаһтары триадаһына инә. Уның культы этрус сығышлы һәм тарихын урындағы Менрва алиһәһенән алып бара, ә ул үҙ сиратында боронғо грек Афинаһынан күп нәмәне ала.
Беҙҙең эраға тиклем III быуатта рим диненең эллинлашыуынан һуң Минерваны Афина Паллада менән тиңләштерә башлайҙар.
Алиһә хөрмәтенә төп байрамдар квинкваториялар була, ул йыл һайын 19-23 мартта билдәләнә. Ошо көндәрҙә шәкерттәр уҡыуҙан азат ителә һәм уҡытыусыларға түләү индерә. Байрам тантаналары гладиатор алыштары менән оҙатылып бара.