Миҙал
From Wikipedia, the free encyclopedia
Миҙал (фр. medaille, от лат. metallum — «металл») — махсус билдә. Ниндәй ҙә булһа ваҡиға иҫтәлегенә, юбилейҙар уңайынан бирелгән, хәрби, хеҙмәт ҡаҙаныштары, фән, техника, мәҙәниәт, спорт өлкәһендәге ҡаҙаныштары, уҡыу уңыштары һәм башҡалар өсөн бүләк[1].
Ҡыҫҡа факттар Ҡайҙа өйрәнелә ...
Миҙал | |
Ҡайҙа өйрәнелә | медальерика[d] һәм нумизматика |
---|---|
Миҙал Викимилектә |
Ябырға
Ғәҙәттә металл билдә рәүешендә эшләнә, йышыраҡ ҡабарынҡы һүрәттәр менән түңәрәк формала була. Уның алғы (аверс), артъяғы (реверс) һәм сите (гурт) бар. Күп миҙалдар ҡалыпҡа йәки планкаға беркетелә. Миҙал өсөн бындай ҡалып эмаль менән ҡапланған йәки билдәле бер төҫтәге муар таҫма менән уратылған булырға мөмкин.