Мәрйен
From Wikipedia, the free encyclopedia
Мәрйен, кора́лл — төркөм-төркөм булып ҡаяларға йәбешеп хәрәкәтһеҙ торған, полиптар төрөнә ингән диңгеҙ йәнлеге[1]. Был класҡа яңғыҙ йәшәүсе һәм колониялар барлыҡҡа килтереүсе полиптар ҡарай. Ҡайһы берҙәре ергә йәбешеп тереклек итә. Ҡайһы берҙәре диңгеҙ төбөндә күсеп йөрөүгә һәләтле. Мәрйен полиптарының мөгөҙгә оҡшаған матдәнән тороусы эзбиз һөлдәләре була.
Мәрйен полиптарының үҫеүе иң уңайлы шарттарҙа ла йылына 1 см-ҙан артмай, шуға күрә уларҙың формалашыуына йөҙәр йылдар үтә, ә утрауҙар барлыҡҡа килеү өсөн меңәр йылдар сарыф ителә.
Мәрйендәр биҙәүес әйберҙәр етештереүҙә ҡалланыла.