Низами Гәнжәүи

From Wikipedia, the free encyclopedia

Әбү Мөхәммәт Ильяс ибн Йософ  — Низами́ Гянджеви́ тәхәллүсе менән танылған (фарс. نظامی گنجوی, курд. Nîzamî Gencewî, نیزامی گه‌نجه‌وی; 1141 йылдар тирәһе, Ғәнжә, Илдегизеттәр дәүләте (беҙҙең быуатта — хәҙерге Әзербайжандағы ҡала) — яҡынса 1209 йылда, (шунда уҡ)) — фарсы шиғриәтенең классигы, урта быуаттар Көнсығышының (макрорегион) иң бөйөк шағирҙарының береһе. Фарсы эпик әҙәбиәтенең арҙаҡлы шағир-романтигы. Фарсы эпик шиғриәтенә аралашыу теле һәм реалистик стилде индереүсе.

Ғәҙәти халыҡ ауыҙ-тел ижады һәм яҙма-тарихи хроникаларҙағы темаларын ҡулланып, Низами үҙенең поэмалары аша Оло Ирандағы исламға ҡәҙәре һәм хәҙерге ислам осорҙарын берләштерә.

Низамиҙың героик-романтик шиғриәте быуаттар дауамында бар фарсы телле халыҡты һәм уға эйәрергә теләгән йәш шағирҙар, яҙыусылар һәм драматургтарға оҙаҡ йылдар Персияның үҙендә генә түгел, бар тирә-яҡ биләмәләрҙә ҙур йоғонто яһай. Шулай уҡ күрше Әзербайжан, Әрмәнстан, Афғанстан, Грузия, Һиндостан, Иран, Пакистан, Тажикстан, Төркиә, Үзбәкстан мәҙәниәте лә бынан ситтә ҡалмай.

Уның ижады бөйөк шағирҙар: Хафиз Ширази, Йәләлетдин Руми һәм Саади ижадтарына ла йоғонто яһай. Уның биш мәснәүиһе («Хәмсә» күләмле поэмаһы) төрлө белем өлкәләренән алынған темаларҙы сағылдыра һәм дан ҡаҙана. Поэмаларҙың геройҙары — Хосров һәм Ширин, Ләйлә һәм Мәжнүн, Искәндәр — бөгөнгө көндә лә барлыҡ ислам донъяһында ла, башҡа илдәрҙә лә билдәле.

1991 йыл, тыуыуына 850 йыл тулыу уңайынан, ЮНЕСКО тарафынан Низами йылы тип иғлан ителә.

Oops something went wrong: