Олимпия уйындарында спорт гимнастикаһы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Йәйге Олимпия уйындарында спорт гимнастикаһы буйынса тәүге ярыштар 1896 йылда Афинала үткән Олимпиадала уҙғарыла һәм шул ваҡыттан алып һәр уйын программаһына индерелә. Спорт гимнастикаһы буйынса ярыштарҙа 8 комплект миҙал уйнатыла. Ярыштар асыҡ һауала, Мәрмәр стадионында үтә. Гимнастика буйынса Германия командаһы 5 алтын миҙал менән алдынғылыҡты биләй, шул иҫәптән икеһе команда ярыштарында.
Ҡыҫҡа факттар Спорт төрө, Ойоштороусы ...
Олимпия уйындарында спорт гимнастикаһы | |
Спорт төрө | спорт гимнастикаһы[d] |
---|---|
Ойоштороусы | Халыҡ-ара олимпия комитеты |
Рәсми сайт | olympic.org/gymnastics-a… |
Олимпия уйындарында спорт гимнастикаһы Викимилектә |
Ябырға
Был сарала тәүҙә ирҙәр генә сығыш яһай, ҡатын-ҡыҙҙар араһында ярыштар 1928 йылда Амстердам ҡалаһында үткән Йәйге Олимпия программаһына индерелә.
Был спорт төрөндә 14 комплект миҙал уйнатыла.