Олуғбәк
From Wikipedia, the free encyclopedia
Мырҙа Олуғбәк (тулы исеме Мөхәммәд Тарағай ибн Шаһрух ибн Тимур Олуғбәк Гүргән, фарс. میرزا محمد طارق بن شاهرخ; (22 март 1394 йыл, Солтаниә — 27 октябрь 1449 йыл, Сәмәрҡәнд) — Урта Азия[5][6][7] дәүләт эшмәкәре, төрки Тимуриҙар державаһы хакимы, Шаһрух улы, Аҡһаҡ Тимер ейәне. Атаҡлы математик, астроном, мәғрифәтсе һәм шағир, үҙ заманы өсөн күренекле ғалим, шулай уҡ тарих һәм шиғриәт менән ҡыҙыҡһынған. Урта быуаттың мөһим бер обсерваторияһын булдырған.
Олуғбәк | |
фарс. الغبیگ | |
Зат | ир-ат[1][2] |
---|---|
Титул | Бей |
Тыуған көнө | 22 март 1394 |
Тыуған урыны | Сольтание[d], Зенджан[d], Иран |
Вафат булған көнө | 27 октябрь 1449[3] (55 йәш) |
Вафат булған урыны | Сәмәрҡәнд, Тимуридтар дәүләте[d] |
Үлем төрө | һомицид[d] |
Ерләнгән урыны | Гур Эмир[d] |
Атаһы | Шахрух[d] |
Әсәһе | Гаухаршад бегим[d] |
Бер туғандары | Ибрагим-Султан[d][4], Байсонкур[d], Мухаммад Джуки-Мирза[d], Soyurghatmish ibn Shahrukh[d] һәм Soyurghatmish ibn Shahrukh[d] |
Балалары | Абд ал Латиф[d], Рабия Султан-бегим[d] һәм Абд ал-Азиз[d] |
Нәҫеле | Тимериҙәр |
Һөнәр төрө | астроном, математик, каллиграф, астролог |
Биләгән вазифаһы | монарх[d] |
Кемдә уҡыған | Кази-заде ар-Руми[d] |
Алмаштырылған | Абд ал Латиф[d] |
Алыштырған | Шахрух[d] |
Вики-проект | Проект:Математика[d] |
Олуғбәк Викимилектә |
«Гуркән» (фарс. گوركانى, Gurkān) титулы — монгол теленән инеп (күрүгэн йәки хүргэн) фарсылашҡан вариант: «кейәү», «хан кейәүе» тигәнде аңлата. Гуркән титулын беренсе булып Аҡһаҡ Тимер ала, ул Сыңғыҙ хан затынан ҡыҙға өйләнә[8]. Тимуриҙар династияһы ир-аты ҡағиҙә булараҡ Сыңғыҙ затынан ҡыҙ алған һәм шул рәүешле Гуркәни титулына эйә булған.
Совет энциклопедияларында Олуғбәк Урта Азия[9] йәки үзбәк эшмәкәре тип телгә алына[10][11], Британника шулай уҡ Олуғбәктең олатаһы Тимер барлас ҡәбиләһенән тип яҙған[12]. Бобынин В.В Олуғбәкте татар кенәзе тип яҙа[13][14].