Павел-Очаков мороно
From Wikipedia, the free encyclopedia
Павел-Очаков мороно — һыу ағыҙып килтергән ҡомло-ҡабырсаҡлы морон. Диңгеҙ эсенә бер нисә километрға инеп торған морондоң дауамы булып тора. Формаһы менән дуғаны хәтерләтә. Аҙау диңгеҙенең Рәсәй яр буйында, Таганрог ҡултығында, Аҙау ҡалаһынан яҡынса 35 км көньяҡ-көнбайышта урынлашҡан.
Павел-Очаков мороно | |
---|---|
Координаты: пропущена долгота | |
Йыуыусы акваториялар | Таганрог ҡултығы, Азов диңгеҙе |
Ил | |
АЕ первого уровня | Ростов өлкәһе |
АЕ второго уровня | Азовский районы |
Павел-Очаков мороно Викимилектә |
Административ бүленеш буйынса Павел-Очаков мороно Ростов өлкәһенең Аҙау районы составына инә.
Морондоң төрлө исемдәре ҡулланыла. Интернетта, әҙәбиәттә һәм аралашҡанда иң таралған атамаһы «Павел-Очаков мороно». Картала «Очаков мороно» атамаһы ҡулланыла. Юл күрһәткесендә «ПАВЛООЧАКОВСКАЯ КОСА» тигән яҙыу тора.
Морон менән диңгеҙ араһында бухта-ҡолаҡ бар. Ул кайтсёрфингты яратыусылар араһында бик популяр.
Морон буйындағы диңгеҙ тәрәнлеге (0,5-1,4 метр), уны һыу инеү өсөн, винд- һәм кайтсёрфинг өсөн уңайлы урын итә.
Морондоң һыу өҫтөндәге һәм һыу аҫтындағы өлөштәре буйлап ял итеүселәр диңгеҙгә һәм кире күңелле ял итеп йөрөп киләләр. Павел-Очаков морононоң көнсығыш ярында уңайлыҡтары булған пляж урынлашҡан.
Интернетта, Павел-Очаков мороно кайтсёрфингтың донъя үҙәктәренең береһе, тигән фекер әйтелә.