Пассарелла Даниэль Альберто
From Wikipedia, the free encyclopedia
Даниэль Альберто Пассарелла (исп. Daniel Alberto Passarella, 25 май 1953 йыл, Чакабуко (инг.)баш., Буэнос-Айрес провинцияһы, Аргентина) — Аргентина футболсыһы һәм футбол тренеры, үҙәк һаҡсы позицияһында сығыш яһай; элек Аргентина һәм Уругвай йыйылма командаларын күнектерә. Аргентина йыйылма командаһының Донъя чемпионатында ике тапҡыр еңгән берҙән-бер футболсыһы (1978, 1986), 1978 йылғы донъя чемпионатында Аргентина йыйылма командаһы капитаны була. 2009—2013 йылдарҙа — «Ривер Плейт» Аргентина клубы президенты[5].
Даниэль Пассарелла | ||
Информация | ||
Тулы исеме | Даниэль Альберто Пассарелла | |
Ҡушаматы | Великий капитан (исп. El Gran Capitán), Кайзер (исп. El Kaiser), Вождь (исп. El Caudillo) | |
Тыуа | 25 май 1953({{padleft:1953|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})[1][2][3] (71 йәш) Чакабуко[d], Буэнос-Айрес[d], Аргентина | |
Гражданлығы | Аргентина | |
Буйы | 173[4] см | |
Позиция | защитник | |
Клубы | ||
Клубы | Ривер Плейт | |
Карьера | ||
Йәштәр клубтары | ||
1968—1971 | Архентинос Хуниорс | |
Клуб карьераһы* | ||
1971—1973 | Сармьенто | 36 (9) |
1974—1982 | Ривер Плейт | 226 (90) |
1982—1986 | Фиорентина | 109 (26) |
1986—1988 | Интернационале | 44 (9) |
1989 | Ривер Плейт | 32 (9) |
1971—1989 | Барлығы | 447 (143) |
Тренер карьераһы | ||
1989—1994 | Ривер Плейт | |
1994—1998 | Аргентина | |
1998—2000 | Уругвай | |
2000—2001 | Парма | |
2002—2004 | Монтеррей | |
2004—2005 | Толука | |
2005 | Коринтианс | |
2006—2007 | Ривер Плейт | |
2009—2013 | Ривер Плейт | президент |
Халыҡ-ара миҙалдары | ||
Донъя чемпионаты | ||
Алтын | Аргентина 1978 | |
Алтын | Мексика 1986 | |
* Профессиональ клуб өсөн уйындар һәм голдар иҫәбе милли чемпионаттарҙың төрлө лигалары өсөн генә һанала.
| ||
Пассарелла футбол тарихында бөйөк һаҡсыларҙың береһе тип иҫәпләнә һәм һаҡсы булараҡ индергән голдар һаны буйынса, Рональд Кумандан ғына ҡалышып, 2-се урында тора (451 матчта 134 гол) ғына ҡалышып[6]. 2004 йылда ФИФА версияһы буйынса ул ваҡытта 125 тере бөйөк футболсынан торған ФИФА 100 исемлегенә инә[7], 2007 йылда The Times версияһы буйынса 50 иң ҡаты уйынсы рейтингында 36-сы урында тора, 2017 йылда FourFourTwo журналы версияһы буйынса донъяның 100 бөйөк футболсыһы исемлегенә инә (56 урын)