Петроградта октябрь ҡораллы ихтилалы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Петроградта октябрь ҡораллы ихтилалы[1][2] — 1917 йылдың 24-26 октябрендә (6—8 ноябрь) РСДРП(б) етәкселегендә ҡыҙыл гвардия, Петроград гарнизоны һалдаттары һәм Балтик флоты матростары көсө менән тормошҡа ашырылған ихтилал. Уның менән туранан-тура Петроград советының Хәрби-революцион комитеты етәкселек итә. Ихтилал һөҙөмтәһендә Ваҡытлы хөкүмәт ҡолатыла һәм совет власын урынлаштырыла. Октябрь ҡораллы ихтилалы Рәсәйҙә 1917 йылғы Октябрь революцияһының хәл иткес ваҡиғаһы була.
Ҡыҫҡа факттар Дәүләт, Административ-территориаль берәмек ...
Петроградта октябрь ҡораллы ихтилалы | |
Дәүләт | Рәсәй империяһы |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Санкт-Петербург |
Урын | Санкт-Петербург |
Башланыу датаһы | 24 октябрь 1917 |
Тамамланыу датаһы | 26 октябрь (8 ноябрь) 1917 |
Ябырға