Пиза башняһы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Пиза башняһы (итал. Torre pendente di Pisa) — Пиза ҡалаһындағы Санта-Мария Ассунта (Пизан соборы) ҡала соборы ансамбленең бер өлөшө булған манаралы башня, ауышлыҡ арҡаһында бөтә донъяға билдәлелек ала.
Собор артында урынлашҡан, ул Пиза ҡалаһының Мөғжизәләр майҙанында өсөнсө боронғо бина булып тора. Башняның ауышлығы бер нисә тиҫтә йыл дауам иткән төҙөлөш барышында барлыҡҡа килгән. Һуңынан, XX быуаттың аҙағында XXI башында, нығытыу эштәре һөҙөмтәһендә тотороҡлана.