From Wikipedia, the free encyclopedia
Ива́н Макси́мович Подду́бный (укр. Іван Максимович Піддубний[5]; 26 сентябрь [8 октябрь] 1871; Рәсәй империяһы Полтава губернаһы Золотоношка өйәҙе Красеновка (Богодуховка) ауылы — 1949 йылдың 8 авгусы, Совет Социалистик Республикалар Союзы, Ейск) - сығышы менән Запорожье казактарынан[4][9] булған Рәсәй [1][3][4][10][11] һәм совет [4][5][12][13][14] профессиональ көрәшсеһе, атлет һәм цирк артисы[15].
Иван Поддубный и = | |
250pxҙа төшкән фотографияpx Бер турнирddubny.jpg | |
Шәхси мәғлүмәт | |
---|---|
Енесе |
ир-ат |
Тыуғандағы исеме |
Иван Максимович Поддубный |
Ҡушаматы |
Иван Железный, |
Гражданлығы | |
Специализация |
Көрәш, цирк артисы, спорт популяризаторы |
Тыуған ере |
Красеновка (Богодуховка) ауылы, Золотоношка өйәҙе Полтава губернаһы, Рәсәй империяһы (хәҙер Красеновка ауылы Чернобаевский район, Черкасск өлкәһе, Украина) |
Вафат булған урыны | |
Спорт карьераһы |
1904 йылдан спортта - 1947 йылға тиклем спортта |
[[commons:Category: Ivan Poddubny Викимилектә|Аудио, фото, видео]] на Викискладе |
Донъялағы профессиональ көрәшселәрҙең иң күренеклеһе.[16] Профессионалдар араһында грек-рим көрәше буйынса «донъя чемпионаттарында» күп тапҡыр еңеүсе булған, шуларҙың иң абруйылыһы Париждағы көрәше (1905—1908)[1][3][7][10][15][17]. Ҡайһы бер алыштарҙа еңелһә лә, ләкин 40 йыл дауамындағы сығыштарында бер ярышта ла, чемпионатта йә турнирҙа бил бирмәгән.
Иван Поддубный Украинала, Полтава губернаһы Золотоношка өйәҙе Красеновка (Богодуховка) (хәҙерге Украинаның Черкасск өлкәһе Чернобаев районы) ауылында 1871 йылда тоҡомло запорожье казагы Максим Иванович Поддубный ғаиләһендә тыуған. Уның бөтөн ырыуы көсө менән дан тотҡан. Иванға шулай уҡ ата-бабаларының бүләге оҙон буй, феноменаль көс һәм иҫ киткес сыҙамлылыҡ хас булһа, ә матур йырлаған әсәһе яғынан, —нескә музыкаль һәләт бирелгән. Бала сағында йәкшәмбе көндәрендә һәм байрамдарҙа ул сиркәү хорында йырлаған[12]
Иван бала саҡтан ауыр крәҫтиән хеҙмәтенә күнегеп үҫкәнлектән, 12 йәшенән батраклыҡҡа ялланған. Уның атаһы Максим Иванович та бәһлеүән буйлы һәм геркулес көсөнә эйә булған. Күп йыл үткәс, Поддубный атаһы тураһында, минән көслөрәк берҙән-бер кеше ул, тигән[4].
1893 — 1896 йылдарҙа ул —Севастополь һәм Феодосия порттарында йөк ташыусы, 1896—1897 йылдарҙа “Ливас” фирмаһында приказчик булып эшләгән[1][10][7][4][18].
1896 йылда Бескаравайныйҙың Феодосия циркында Иван Поддубный ул саҡтағы киң билдәле атлеттар — Георг Лурихты, Бородановты, Разумовты, итальянец Паппиҙы еңгән[18]. Шул моменттан уның көрәшсе карьераһы башланған да инде.
1897 йылдан цирк ареналарында (1899 йылдан Э. Труцци труппаһында[15]) гер күтәреүсе атлет һәм көрәшсе (рус билбау көрәше) булараҡ сығыш яһаған, 1903 йылда грек-рим, классик (француз) көрәшенә күсә)[1][10][7][15][18]. Күп тапҡырҙар рәсәй ҡалаларында гастролдәрҙә йөрөгән{{sfn|Вологодский листок|1914|c=|loc=1914 йылдың 26 июненән 1 июлгә саҡлы Вологдала һәм 4 континентта, 14 сит илдең 50 ҡалаһы цирк аренаһында сығыш яһаған.[19][7]
Поддубныйҙың иң билдәле алыштарының береһе булып француз көрәшсеһе Рауль ле Буше ("мясник") менән көрәше һанала. Уларҙың беренсе көрәше, француз көрәшсеһенең, Поддубный үҙен эләктерергә тырышҡанда, тәненә май һылап, намыҫһыҙ тайпылыштар файҙаланыуы, алыш ваҡытын оҙаҡҡа һуҙырға маташыуы арҡаһында, һәм судьялар французға, «сос алымдарҙан матур һәм оҫта ысҡына алғаны өсөн» формулировкаһын биргәнлектән, Поддубныйҙың еңелеүе менән тамамланған. Судьяларҙың ҡарары публиканың асыуын ҡабартҡан, ә Поддубный ғәҙел булмаған хөкөм арҡаһында хатта профессиональ көрәштән китерҙәй хәлгә еткән. Әммә дуҫтарының һәм коллегаларының таянысы Поддубныйҙы кире уйларға мәжбүр иткән һәм Петербургтағы турнирҙа, публиканың һыҙғырыуы һәм һайтылдауы оҙатыуында, егерме минут дауамында французды тубыҡландырып, терһәгенә таяндырып тотоп, ле Буштан өҫтөнлөк алған, ахырҙа, судьялар француз көрәшсеһенең хәленә кергән һәм Поддубныйҙың еңеүен таныған. Еңелеү ле Бушеның көслө ярһыуына (истерика) сәбәпсе булған[17].
1915 йылдың май башында Днепрҙағы Екатеринослав ҡалаһында (Озёрки янындағы иҫке цирк бинаһында) чемпион Александр Гаркавенконы («Ҡара битлек»), ә ике көндән — тағы бер чемпионды, Иван Заикинды, еңгән[9].
Рәсәйҙә Граждандар һуғышы барған йылдарҙа, Поддубный Житомир һәм Керчь цирктарында эшләгән. 1922 йылда 51 йәшендә Мәскәүҙә, Цветной бульварҙағы Юрий Никулин циркында сығыш яһай башлаған. Врачтар, уны тикшереп сыҡҡандан һуң, атлеттың һаулығы бик яҡшы, бер претензия ла юҡ тигәндәр[4][9][17]
1924 йылда Германия һәм Америка Ҡушма Штаттары буйлап гастролдәргә йүнәлә[4][9][17][18].
1926 йылдың 23 февралендә планетаның бөтөн телеграфтары «һөрәнләгән»: «Күптән түгел Иван Поддубный Нью-Йоркта яңы донъяның иң яҡшы көрәшселәрен еңде, „Америка чемпионы“ исемен яуланы». Профессионалдар араһында алты тапҡыр донъя чемпионы үҙенең феноменаль көсө һәм оҫталығы менән генә түгел, спортта оҙон ғүмерле булыуы менән дә шаҡ ҡатырған, 1926 йылда бит уға 55 йәш булған!
1927 йылда Архангельскиҙа ул билдәле вологда көрәшсеһе Михаил Леонидович Куликовты еңгән.
1939 йылдың ноябрендә Кремлдә «совет спорты үҫешендәге» юғары ҡаҙаныштары өсөн уға Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены тапшырылған һәм РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы исеме бирелгән[11][4]. 1941 йылда, 70 йәшендә генә көрәш балаҫын бөтөнләй ҡалдыра.[7]
Һуғыш йылдарында немецтар оккупациялаған территорияла Азов диңгеҙе ярында урынлашҡан кескәй генә курорт ҡалаһы Ейскиҙа йәшәгән. Германияға барып, немец спортсмендарын әҙерләү тәҡдименән баш тартҡан: «Мин – рус көрәшсеһе. Һәм шулай булып ҡаласаҡмын»[4][9]. 1945 йылда «СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры» исеме бирелгән[12]. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа ҡурҡыныс хәйерселектә йәшәгән, ризыҡ хағына барлыҡ яулап алынған наградаларын да һатырға тура килгән[4][17].
Иван Максимович 1949 йылдың 8 авгусында Ейскиҙа инфаркттан вафат булған[12][4]. Шунда, үҙенең исемен йөрөткән паркта, ерләнгән. Бында уға һәйкәл ҡуйылған, йыраҡ түгел И. М. Поддубныйҙың музейы һәм уның исемен йөрөткән спорт мәктәбе урынлашҡан.
Поддубныйҙың ҡәбер ташына: «Бында рус баһадиры ята» яҙылған[14][17].
Фото и Видео Викимилектә | |
Фото и Видео Викияңылыҡтарҙа |
Категория:Көрәшселәр алфавиты буйынса Категория:Рәсәй көрәшселәре (1917 йылға саҡлы) Категория: СССР-ҙың көрәшселәре Категория:Цирк артистары алфавит буйынса Категория:Рәсәй империяһы цирк артистары Категория:СССР-ҙың цирк артистары Категория:СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастерҙары Категория:Көрәш буйынса донъя чемпиондары Категория:Миокарда инфактынан һәләк булғандар Категория:Ейскиҙа ерләнгәндәр
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.