![cover image](https://wikiwandv2-19431.kxcdn.com/_next/image?url=https://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/9/98/International_Pok%25C3%25A9mon_logo.svg/langba-640px-International_Pok%25C3%25A9mon_logo.svg.png&w=640&q=50)
Покемон
япон медиафраншизаһы / From Wikipedia, the free encyclopedia
Покемон ингл. Pokémon, япон. ポケットモンスター, ингл. Pocket Monster тигәндән — «кеҫә монстры»[3]}} — популяр медиафраншиза, Сатоши Таджири тарафынан 1996 йылда эшләнгән. «Покемон» тауар тамғаһына видеоуйындар эшләүсе эре фирмаларҙың береһе булған Nintendo хужа. «Покемон» иң башта Game Freak студияһы эшләгән парлы уйын булараҡ барлыҡҡа килә, тиҙҙән компьютер уйындары сериялары араһында донъяла киң таралғанлығы буйынса, Nintendo'ның тағы бер уйындар серияһы булған Mario'нан[4][5] ғына ҡалышып, икенсе урынды биләй. 2020 йылда «Покемо́н» франшизаһының дөйөм хаҡы 95 миллиард АҠШ доллары кимәлендә баһалана һәм ул бөтә медиафраншизалар тарихында иң табышлыларҙың береһе һанала. Уйын мотивтары буйынса аниме төшөрөлгән, ул донъяла иҫ киткес ҙур уңыш менән файҙалана, шулай уҡ коллекцион кәрт уйыны манга һәм башҡа эйәрсен тауарҙар һатыла. 2016 йылдың июленән iOS менән Android өсөн сығарылған һәм покемонды виртуаль өҫтәмәле реаль донъяла интерактив аулауҙан торған Pokémon Go уйыны донъяла киң таралды һәм ижтимағи шаңдау тапты.
Покемон | |
япон. ポケットモンスター | |
![]() | |
Нигеҙләүсе | Сатоси Тадзири[d] |
---|---|
Хужаһы | The Pokémon Company[d] |
Нәшер итеүсе | Nintendo[d] |
Ил |
![]() |
Альбом с музыкой к произведению | Pokémon 25: The Album[d] |
Место действия | Pokémon world[d] |
Происходит в вымышленном мире | вселенная Покемонов[d] |
Персонаждар исемлеге | список персонажей из "Покемона"[d] һәм список видов Покемонов[d] |
Рәсми сайт |
pokemon.com/fr/ pokemon.com/us pokemon.com/it/ pokemon.com/es/ pokemon.co.jp |
Һештег | Pokemon[1] |
Вики-проект | WikiProject Pokémon[d] |
![]() | |
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр | 7 703 721 һәм 5 890 000 ± 9999[2] |
![]() |
«Покемон» һүҙе ғәҙәттән тыш һәләттәргә эйә йән эйәһен аңлата. Әлеге ваҡытта покемондың 893 төрө бар[6]. "Покемон"дың уйлап сығарылған тарихында покемондар тренеры тип йөрөтөлгән кеше уларҙы башҡа тренерҙарҙың покемондарына ҡаршы алышырға өйрәтә. Алыш покемондарҙың береһе һуштан яҙып ауғанға йә уның тренеры бирелгәнгә тиклем бара, хәл үлемгә тиклем еткерелмәй. Ҡағиҙә булараҡ, көслө, тәжрибәле тренерҙар хөрмәт менән файҙалана.