From Wikipedia, the free encyclopedia
Мэри Вайолет Леонтина Прайс (ингл. Mary Leontyne Price Violet; 10 февраль 1927 йыл, Лорел[en]) — америка опера йырсыһы (сопрано). Метрополитен-операның төп йырсыһы булып һаналған беренсе афроамерикан ҡатын-ҡыҙы[8][9].
Прайс Леонтина | |
ингл. Leontyne Price | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ[1][2] |
---|---|
Гражданлыҡ | Америка Ҡушма Штаттары |
Тыуған ваҡыттағы исеме | ингл. Mary Violet Leontyne Price |
Тыуған көнө | 10 февраль 1927[2][3][4][…] (97 йәш) |
Тыуған урыны | Лорел[d], Миссисипи, Америка Ҡушма Штаттары[5] |
Хәләл ефете | Уильям Уорфилд[d] |
Һөнәр төрө | опера йырсыһы |
Уҡыу йорто |
Джульярдская школа[d] Central State University[d] |
Әүҙемлек урыны | Нью-Йорк[2] |
Йырсы тауышы | сопрано[d] |
Ойошма ағзаһы | Америка сәнғәт һәм фәндәр академияһы[d] |
Жанр | Опера һәм популяр музыка[d] |
Тауыш яҙҙырыу лейблы | RCA Victor[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Тасуирлау биттәре | tekstowo.pl/wykonawca,le…[6] |
Досье в | Швейцария башҡарыу сәнғәте архивы[d][7] |
Прайс Леонтина Викимилектә |
Леонтина Прайс Лорел ҡаласығында (Миссисипи infns) урман ҡырҡыусы һәм акушер ғаиләһендә тыуған. Фортепианола уйнарға өс йәшендә өйрәнә башлай.
Уилберфостың (Огайо штаты) Үҙәк дәүләт колледжында, һуңынан Нью-Йоркта Джулъярд музыка мәктәбендә уҡый.
Бродвейҙа профессиональ карьераһын 1952 йылда башлай, тәүге соло концертын Нью-Йоркта 1954 йылда бирә, ә опера йырсыһы булараҡ дебюты 1957 йылда Сан-Франциско Операла үтә.
Артабан бер нисә тапҡыр Вена операһы, Лондонда Король опера театры һәм Миланда Ла-Скала сәхнәләрендә сығыш яһай. Башлыса Моцарт, Джузеппе Верди, Джакомо Пуччини опералары ҡуйылышында партиялар башҡара.
Уның тауышы тәнҡитселәр тарафынан «сағыу»[10] , «бай, һығылмалы һәм баҙыҡ» кеүек баһалана[11].
Опера сәхнәһенән Леонтина Прайс 1985 йылда китә, әммә һуңынан тағы 12 йыл дауамында оркестры концерттары бирә.
Күп һанлы наградаларға эйә, улар араһында Президенттың Аазатлыҡ миҙалы, Спингарн миҙалы, «Эмми» премияһы бар, ун һигеҙ тапҡыр Грэмми премияһы лауреаты, тауыш яҙҙырыу индустрияһына күп йыллыҡ өлөш индергәне өсөн «Грэмми» премияһына эйә (1989). Gramophone журналының Дан залына индерелгән[12].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.