Президент һарайы (Анкара)
From Wikipedia, the free encyclopedia
Президент һарайы (төр. Cumhurbaşkanlığı Sarayı, шулай уҡ Аҡ һарай — төр. Ak Saray[1]) — Төркиәнең баш ҡалаһы Анкарала урынлашҡан Төркиә Республикаһы президентының рәсми резиденцияһы. Баһалар буйынса, һарайҙың ҙурлығы баш ҡалаһы Вашингтондағы Аҡ йорттан 50 тапҡырға ҙурыраҡ[2], ә Мәскәүҙәге Кремлдән, Лондондағы Букингем һарайынан[3], һәм шулай уҡ Париж янындағы Версаль һарайынан[4] 3 тапҡырға ҙурыраҡ[5], ҡайһы бер тәнҡитселәр бинаны Бухаресттағы Николае Чаушеску заманындағы Парламент һарайы менән сағыштыраларref name="hurry" />. Бинаны төҙөү Төркиә Рәжәп Тайип Эрдогандың авторитар тенденцияларының дәлиле итеп экологтар һәм оппозиция тарафынан ризаһыҙлыҡ тыуҙыра һәм тәнҡитләнә[6], шул уҡ ваҡытта президент яғында булғандар буйынса һарай «яңы Төркиәгә» ынтылыштың символы булып тора[7].
Президент һарайы төр. Cumhurbaşkanlığı Sarayı | |
Президент һарайы, 2014 йыл. | |
Ил | Төркиә |
Ҡала | Анкара |
Архитектура стиле | модернизм |
Архитектор | Шефик Биркийе |
Төҙөлөшө | 2011—2014 йылдар |
Материал | тимербетон, мәрмәр, гранит |
Аҡ һарай Викимилектә |
2014