Прометей
From Wikipedia, the free encyclopedia
Прометей (бор. грек. Προμηθεύς, һүҙмә-һүҙ — «ҡайғыртыусы»", «алдан күрә белеүсе») — боронғо грек мифологияһында титандарҙан берәү, кешеләрҙе илаһтар башбаштаҡлығынан яҡлаусы[4] скифтар батшаһы[5][6]. Зевстың ике туған ағаһы[7][8][9]. Титан Иапет менән Клименаның (Аполлодор буйынса — Асияның) улы[10], Евфорион буйынса — Гера һәм титан Евримедонттың улы[7][11], Евфорион буйынса — Гераның һәм титан Евримедонттың улы[12]. Атлант, Менетий һәм Эпиметейҙың ағайы. Гесионаның ире[11], Девкалиондың (вариант буйынса — Пандоранан[7]), Ионың (Истрға ярашлы) атаһы.
Прометей | |
бор. грек. Προμηθεύς | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Ерләнгән урыны | Аргос[d] |
Атаһы | Иапет[d][1] |
Әсәһе | Климена[d][1] |
Бер туғандары | Эпиметей[d][1], Менетий[d][1] һәм Атлант[d][1][2] |
Хәләл ефете | Pronoia[d], Келено[d], Аксиотия[d] һәм Климена[d] |
Балалары | Девкалион[d][1], Thebe[d], Химерий[d], Лик[d], Айдос[d] һәм Эллин[d] |
Алла ... ҡарай | Боронғо грек мифологияһы |
Телгә алынған хеҙмәттәр | Small Moral Works[d] һәм Прометей прикованный[d] |
Уйҙырма донъянан | Боронғо грек мифологияһы |
Файлы артиста по адресу | Швейцария башҡарыу сәнғәте архивы[d] |
Досье в | Швейцария башҡарыу сәнғәте архивы[d][3] |
Прометей Викимилектә |
Прометей исеме «алдан уйлаусы»," алдан күрә белеүсе " тигәнде аңлата (ағаһы Эпиметейҙың — «аҙаҡ уйлаусы», «ныҡлы артҡы аҡыл» исеменә ҡапма-ҡаршы[7]). Уның исеме шулай уҡ प्रमन्थ (pramantha IAST) санскрит һүҙен грек телендә дөрөҫ уҡымау сәбәпле барлыҡҡа килеүе ихтимал, (pramantha IAST) йәғни ул үҙе уйлап тапҡан ут алыу өсөн таяҡса[13].