Ротару София Михайловна
From Wikipedia, the free encyclopedia
Софи́я Миха́йловна Рота́ру (рум. Sofia Rotaru, укр. Софія Михайлівна Ротару; 7 август 1947 йыл) — СССР, Украина һәм Рәсәйҙең эстрада йырсыһы. СССР-ҙың халыҡ артисы (1988). Украина Геройы (2002). Йырсының репертуарында рус, украин, румын (молдаван), болгар, серб, поляк, немец, француз, итальян, испан һәм инглиз телдәрендә башҡарған 500-ҙән артыҡ йыры бар.
София Ротару Софія Михайлівна Ротару Sofia Rotaru Софія Михайлівна Євдокименко-Ротару | ||||||||||||||
blank300.png|1px]] [[File:|495px]] | ||||||||||||||
Төп мәғлүмәт | ||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Исеме |
София Михайловна Ротарь | |||||||||||||
Тулы исеме |
София Михайловна Евдокименко-Ротару | |||||||||||||
Тыуған |
7 август 1947({{padleft:1947|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:7|2|0}})[1] (76 йәш) | |||||||||||||
Тыуған урыны |
СССР, Украина ССР-ы, Черновцы өлкәһе, Новоселицкий районы, Маршинцы ауылы | |||||||||||||
Ил | ||||||||||||||
Һөнәрҙәре |
эстрада йырсы , актёр | |||||||||||||
Әүҙем йылдары |
1968 — әлегә тиклем | |||||||||||||
Йырлау тауышы |
контральто | |||||||||||||
Инструменттар |
домра, перкуссия, баян | |||||||||||||
Жанрҙар |
поп, диско, поп-фолк | |||||||||||||
Хеҙмәттәшлек |
«Червона рута» | |||||||||||||
Лейблы |
Unioup (1991, 1996) | |||||||||||||
Наградалар |
| |||||||||||||
Автограф | ||||||||||||||
сайт | ||||||||||||||
Аудио, фото, видео Викимилектә | ||||||||||||||
София Ротару Совет матбуғат сараларында һәм йәмғиәтендә Бөтә Союз һәм халыҡ-ара кимәлдәге музыка өлкәһендә иң популяр йырсыларҙың береһе[2] тип таныла. СССР тарҡалғанға тиклем, сит ил баҫмаларында уны Нана Мускури менән сағыштырып, «СССР Дирижеры» (нем. Dirigentin der UdSSR) тип тә атайҙар. Хәҙерге ваҡытта «эстрада королеваһы» һәм «Украинаның алтын тауышы» тип ҙурлайҙар[3][4]. Киң билдәле совет эстрада йырсылары араһында тәүгеләрҙән булып, речитатив менән йырлай һәм йырҙарының музыкаль аранжировкаһында ритм-компьютер ҡуллана.
София Ротару СССР-ҙа иң күп түләүле хаҡҡа йырлаусы булып һанала. 2008 йылғы декларацияһы буйынса килеме 500 млн гривендән артып китә (62 млн долл. тирәһе) һәм илдә иң юғары күрһәткесте тәшкил итә [7]). Һуңғы осорҙа С. Ротару эшҡыуарлыҡ менән дә шөғөлләнә [8][9]. Этник сығышы буйынса молдаван[10], Украина гражданы. Ялтала һәм Киевта йәшәй.