Рус милли кейеме
урыҫ халҡының көндәлек көнкүрешендә һәм байрамда (һыйҙа) ҡулланылып, быуаттар дауамында формалашҡан традицион кейем, аяҡ кейеме һәм аксес / From Wikipedia, the free encyclopedia
Рус милли кейеме — урыҫ халҡының көндәлек көнкүрешендә һәм байрамда (һыйҙа) ҡулланылып, быуаттар дауамында формалашҡан традицион кейем, аяҡ кейеме һәм аксессуарҙар комплексы. Билдәле төбәккә, енескә (ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар), тәғәйенләнешенә (байрам, туй һәм көндәлек) һәм йәшенә (балалар, ҡыҙ, кейәүҙәге ҡатын-ҡыҙ, әбейҙәр) ҡарата айырым үҙенсәлектәргә эйә.
Рус милли кейеме | |
Барлыҡҡа килгән | рустар |
---|---|
Рус милли кейеме Викимилектә |
Киҫелешенә һәм биҙәү алымдарында дөйөм оҡшашлығына ҡарамаҫтан, урыҫ костюмы айырым үҙенсәлектәргә эйә. Урыҫ халыҡ кейеменең ике төп— төньяҡ һәм көньяҡ тибы бар. Рәсәйҙең төньяғында крәҫтиәндәр көньяҡ райондарҙағы крәҫтиәндәрҙән күпкә айырылған кейем кейгән. Үҙәк Рәсәйҙә характеры буйынса төньяҡтыҡына яҡын кейем кейгән, ләкин, ҡайһы бер урындарҙа көньяҡ урыҫ кейеменең айырым һыҙаттары күренеп ҡалған.
Рус милли кейеменең айырмалы үҙенсәлеге — өҫкө кейемдең күплеге. Иңбашҡа (яурынға) һалына торған һәм елбәгәй кейем. Яурынға һалына торған кейемде баш аша кейгәндәр, ә елбәгәй кейем өҫтән аҫҡа тиклем тотош ырғаҡ йә төймәгә эленгән.
Юғары ҡатлам кешеләренең кейеме — византия тибында. XVII быуатта польша кейеменән үҙләштереү: польша сапаны, польша туны барлыҡҡа килә. Милли үҙенсәлекте һаҡлау маҡсатында, 1675 йылдың 6 август указы менән батша табыны өсөн яуаплылар (стольник), батша һарайында хужалыҡ эштәре менән шөғөлләнеүсе хеҙмәтсе (стряпчий), мәскәү дворяндарына, һәр ваҡыт Мәскәүҙә йәшәргә һәм хеҙмәткә, яуға барырға әҙер булырға тейешле дворян, бояр, стряпчий һәм стольник балаларына (жильцы) сит ил өлгөһөндәге кейемдә йөрөү тыйылған[1]. Юғары ҡатлам кешеләренең кейеме ҡиммәтле туҡыманан, алтын, көмөш, ынйы, ҡиммәтле төймә ҡулланып, тегелгән. Бындай кейем мираҫ буйынса тапшырылған.
Крәҫтиән кейеменең фасоны быуаттар дауамында ла үҙгәрмәгән. Мода төшөнсәһе булмай.
Батша Пётр I 1699 йылда бөтә халыҡ өсөн костюм кейеү тыйыла, бынан крәҫтиәндәр, монахтар, дин әһелдәренән башҡа, барыһына ла халыҡ костюмын кейергә тыйғандан һуң, урыҫ милли кейеме аҙыраҡ кейелә. Башта венгр күлдәге, һуңынан өҫкө-саксон һәм француз кейеме, камзол һәм эске кейем — немец кейеменән индерелә. Ҡатын-ҡыҙҙар немец күлдәген кейергә тейеш була. Ҡалаға урыҫ кейеме һәм һаҡал менән ингән һәр кемдән пошлина: йәйәүленән 40 тин һәм атлынан 2 һум түләткәндәр[2].