Сатира
From Wikipedia, the free encyclopedia
Сатира (латинса satira) — мәрәкә һәм мәҙәктең (комизмдың) сәнғәттә әсе һәм үткер сағылышы. Беҙҙең әйләнә-тирәләге төрлө (башлыса кире) күренештәрҙе күп яҡлы көлдөргөс һәм көлкө саралар: сарказм, ирония, гипербола, гротеск, аллегория, пародия һәм башҡалар ярҙамы менән һәм поэтик кәмһетеү аша фаш итеү жанры. Унда Гораций, Персий, бигерәк тә Европа классицизмы өсөн уның иң һуңғы формаһын билдәләгән Ювенал әле лә һоҡланырлыҡ уңыштарға ирешә. Сәйәси сатира жанрына Аристофандың Афиналағы халыҡ власы тураһындағы әҫәрҙәре туранан-тура йоғонто яһай.
Сатирала юмор тура тәнҡитте йомшартыу өсөн ҡулланыла, юғиһә сатира вәғәз төҫө алыр ине. Был сатирик әҫәрҙәрҙең тәүгеләре өсөн үк хас күренеш.