Сербияла ислам
From Wikipedia, the free encyclopedia
Ислам дине — Сербиялағы традицион диндәрҙең береһе, уның территорияһында күп быуаттар буйы йәшәп килә. Сербия мосолмандары башлыса ислам диненең иң ҙур ағымы — сөнни инаныслылар. 2002 йылдағы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса Үҙәк Сербия һәм Воеводинала 240 000 тирәһе мосолман йәшәй, йәғни ул биләмәләрҙәге халыҡтың 3,2%-ы. Иң күп мосолман йәшәгән төбәк — Косово, әммә уларҙың һанын крайҙағы тотороҡһоҙ хәл арҡаһында теүәл иҫәпләүе ауыр. Традицион рәүештә ислам инаныслылар — бошняктар (босняктар) һәм албандар.