Серб сәнғәте
From Wikipedia, the free encyclopedia
Серб сәнғәте — Сербия дәүләте территорияһында йәшәгән сербтар сәнғәте. Оҙаҡ йылдар дауамында серб сәнғәте фәҡәт дини нигеҙгә ҡоролған булған. Сербия һынлы сәнғәте, ҡорамдар эсендә фрескалар төшөрөлгәнлектән, сиркәү биналары скульптура менән биҙәлгәнлектән, архитектура менән бәйләнгән булған.
Урта быуаттар һынлы сәнғәтенә серб православие монастырҙарында һаҡланып ҡалған византий фрескалары һәм иконалары ҡараған. Хәҙерге осор башында серб сәнғәте Габсбург монархияһы сәнғәте йоғонтоһонда булған. Хәҙерге серб сәнғәте XIX быуаттан баш алған.