Серго Орджоникидзе
From Wikipedia, the free encyclopedia
Григорий Константинович Орджоникидзе (груз. გრიგოლ კონსტანტინეს ძე ორჯონიკიძე; партия ҡушаматы Серго (груз. სერგო; 24 октябрь 1886 йыл — 18 февраль 1937 йыл) — грузин сығышлы Рәсәй революционеры (большевик), дворяндарҙан; ВКП(б) һәм СССР-ҙың иң күренекле етәкселәренең береһе[7].
Беренсе урыҫ революцияһында[7], Ирандағы Конституцион революцияһында[8] һәм 1917 йылғы Петроградтағы Октябрь ҡораллы ихтилалында ҡатнашыусы[8]. Граждандар һуғышы осоронда Украинала РСФСР-ҙың Халыҡ Комиссарҙары Советының ваҡытлыса ғәҙәттән тыш комиссары итеп тәғәйенләнә (1918) һәм Рәсәй көньяғында (1918) Терск Совет Республикаһының оборона комитетын (1919) етәкләй[9]һәм Төньяҡ Кавказ революцион комитетын (1920) етәкләй. Әзербайжанда, Әрмәнстанда һәм Грузияла урындағы хөкүмәттәрҙе ҡолатыуҙа һәм большевиктар өҫтөнлөгендә Кавказ аръяғы федерацияһын ойоштороуҙа төп ролдәрҙең береһен уйнай[8].
ВКП(б)-ның Кавказ аръяғы (1924—1926) һәм Төньяҡ-Кавказ (1926) край комитеттары секретары; эшсе-крәҫтиән инспекцияһы (1926—1930) һәм ауыр сәнәғәт (1932—1937) наркомы, шулай уҡ СССР ВСНХ (1930—1932) рәйесе. СССР-ҙа индустриялаштырыу процесы менән етәкселек итә[8].
Яҡут Башҡарма комитеты Советы (1917), партия Үҙәк Комитеты (1912—1917, 1921—1927 һәм 1934—1937), Дон Совет Республикаһының Үҙәк башҡарма комитеты[8], Үҙәк Комитеты Урыҫ бюроһы (1912),Үҙәк Комитеты Кавказ бюроһы (1920—1922), ВКП(б) Үҙәк Контроль комитеты (1927—1934) һәм ВКП(б) Үҙәк Комитеты Политбюроһы (1930—1937) ағзаһы булып тора.
Этник сығышы
Серго Орджоникидзе — этник сығышы буйынса грузин. 8-се Бөтә Рәсәй эшселәр, крәҫтиәндәр, Ҡыҙыл Армия һәм казак депутаттары Советы делегаты анкетаһында милләт графаһында шулай уҡ яҙылған[10]. Әммә әйтергә кәрәк, батша осорондағы документтарҙа уның этник сығышы буйынса төрлө күһәтмәләр бирелгән. 1906 йылдың 7 ноябрендә полиция департаментына ебәрелгән мәғлүмәттәр буйынса, ул — имеретин[11], әммә имеретиндар — грузиндарҙың этнографик төркөмдәренең береһе[11]. 1907 йылдың 12 ноябрендәге шул уҡ жандарм идаралығы мәғлүмәттәре буйынса ул грузин тип күрһәтелгән.