![cover image](https://wikiwandv2-19431.kxcdn.com/_next/image?url=https://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/7/7a/Amet-khan_Sultan.jpg/640px-Amet-khan_Sultan.jpg&w=640&q=50)
Солтан Амет-Хан
хәрби осоусы, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы / From Wikipedia, the free encyclopedia
Амет-Хан Солтан[комм. 1] (ҡырымтат. Amet-Han SultanAmet-Han Sultan, ласк. Ахмад-Хан Солтан; 20 октябрь 1920 йыл — 1 февраль 1971 йыл) — совет хәрби осоусыһы-ас, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы (1943, 1945).
1-се Качинск хәрби авиация мәктәбен тамамлай, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында осоусынан алып 9-сы гвардия истребитель авиация полкы эскадрильяһы командирына тиклем данлы юл үтә. 1942 йылдың 31 майында Ярославль эргәһендә «Юнкерс-88» немец бомбардировщигына беренсе һауа таранын яһай. Сталинград һуғышында ҡатнашып, үҙен танылған ас-оҫта итеп күрһәтә. Һуңғы һауа алышын 1945 йылдың 29 апрелендә, Берлин ситендәге «Темпельхоф» аэродромы менән үткәрә һәм "Фокке-Вульф 190"ды бәреп төшөрә (30- сы һауа еңеүе).
Һуғыштан һуң Жуковскиҙа Осоу-тикшеренеү институтында осоусы-һынаусы булып эшләй, подполковник (1946), СССР-ҙың атҡаҙанған осоусы-һынаусыһы (1961), СССР Дәүләт премияһы лауреаты (1953). Осоу эшмәкәрлеге ваҡытында 100-гә яҡын төр осоу аппаратын үҙләштерә, осоу ваҡыты 4237 сәғәт тәшкил итә. 1971 йылдың 1 февралендә самолетты һынағанда һәләк була.