Сүриә тарихы
Сүриә Ғәрәп Республикаһы урынлашҡан территорияның тарихы / From Wikipedia, the free encyclopedia
Сүриә тарихы — Сүриә Ғәрәп Республикаһы урынлашҡан территорияның тарихы. Беҙҙең эраға тиклем 10 мең йыл самаһы элек Сүриә керамикаға тиклемге А неолиты үҙәктәренең береһенә әүерелә, унда донъяла беренсе тапҡыр малсылыҡ һәм ер эшкәртеү барлыҡҡа килә. Беҙҙең эраға тиклем III мең йыллыҡта Сүриә территорияһында Эбла семит ҡала-дәүләте була, ул шумер-аккад цивилизацияһына ҡарай. Уның тарихындағы сағыу осорҙарҙың береһе беҙҙең эраға тиклем X—VIII быуаттарға тап килә, ул саҡта батшалар Ризон I һәм Таб-Риммондың баҫҡынсылыҡ яуҙарынан һуң Дамаск ҡалаһы ҡеүәтле арами батшалығының үҙәге ителә, был дәүләт тиҙҙән бөтә Сүриәнең гегемонына әйләнә. Беҙҙең эраға тиклем 739 йылда ассирий отрядтары Арпадты алыуға өлгәшә. Беҙҙең эраға тиклем 738 йылда улар тағы 19 арами ҡалаһын ала. Ошондай шарттарҙа Сүриә хакимдары үҙ-ара ыҙғыштарын онотоп, яңы Дамаск батшаһы Ризон II тирәләй ойоша. Исса эргәһендәге алыштан һуң Искәндәр Зөлҡәрнәй Дарийҙы эҙәрләү урынына Сүриәгә китә. Парменион Дамаскта фарсы армияһының бөтә ылауын эләктерә, ә Искәндәр үҙе Финикияны ала. Шулай итеп, Сүриә беҙҙең эраға тиклем 332 йылда Македония батшалығына индерелә.
635 йылда Сүриә таланып, ғәрәптәр тарафынан яулап алына, арами халҡының күпселеге ислам диненә күсә. 660—750 йылдарҙа, Дамаск хәлифәләрҙең резиденцияһы булып хеҙмәт иткәндә, Сүриәнең хәле тағы яҡшыра башлай, әммә Дамаск хәлифәлеге бөлгәс, ил ярлылана. 1260 йылда Әйүбиҙәр хакимлығы аҫтындағы дәүләт бөтөнләй бөлгөнлөккә төшә, уға Хүләгү хан етәкселегендә монголдар һөжүм итә һәм Халеб менән Дамаскты ала, әммә Кутуз солтан ҡулы аҫтындағы мәмлүктәр тарафынан Фәләстин төньяғында Айн-Ялут эргәһендәге бәрелештә монголдар туҡтатыла. Сүриәне 1517 йылда ғосман солтаны Сәлим I баҫып алғанға тиклем ул Мысыр хакимлығы аҫтында була. Ғосмандар ваҡытында Сүриә 4 провинцияға бүленә, һәр береһенең башында Истанбул хакимиәтенә буйһонған губернатор тора. Беренсе донъя һуғышы ваҡытында ғәрәптәр (башлыса Хижаздыҡылар) инглиздәр менән бергә Сүриәне ғосмандарҙан азат итеүҙә ҡатнаша. 1918 йылдың октябрендә Фейсал ибн Хөсәйен етәкселегендәге ғәрәп армияһы Дамаскҡа аяҡ баҫҡас, ул ҡотҡарыусы итеп ҡаршы алына. 1920 йылда Франция Сан-Ремола Сүриәгә идара итеү мандаты ала һәм 60 меңлек армияһы менән һөжүм башлай. Тиҙҙән француздар Дамаскҡа инә һәм Фейсалды һәм уның 8 мең кешелек армияһын ҡыуып сығара.
1946 йылдың 17 апрелендә Сүриә Франциянан тулы бойондороҡһоҙлоҡ ала. 1958 йылда Сүриә Мысыр менән берләшергә итеп ҡарай, һәм Берләшкән Ғәрәп Республикаһы барлыҡҡа килә. 1973 йылда республика етәксеһе итеп Хафез әл-Асад ҡуйыла. Хафез Асадтың вафатынан һуң уның улы Бәшәр әл-Асад Сүриә президенты була. 2011 йылда Сүриәлә ихтилал башлана.