Сәғәт бүлкәте
From Wikipedia, the free encyclopedia
Сәғәт бүлкәтенең ике төп төшөнсәһе бар:
- Географик сәғәт бүлкәте — Ер шары өҫтөндәге 15°-лы шартлы һыҙат (урта меридианға ± 7,5°). Нолле сәғәт бүлкәтенең уртаҡ меридианы булып Гринвич меридианы һанала.
- Административ сәғәт бүлкәте (Рәсәйҙә, 1919 йылдан 2011 йылға тиклем был төшөнсә сәғәт зонаһы төшөнсәһенә тура килмәгән[1], сөнки айырым территорияларҙа күрше сәғәт бүлкәттәре ваҡытын ҡулланыу рөхсәт ителгән[2]) — ҡайһы бер ҡанундарға ярашлы, билдәле бер рәсми ваҡыт булдырылған ер ѳҫтѳ участкаһы. Ҡағиҙә булараҡ, административ сәғәт бүлкәте төшөнсәһенә тағы ла календар датаһы инә — был ваҡытта UTC−10:00 һәм UTC+14:00 бүлкәттәре, уларҙа бер үк тәүлек сәғәте булыуға ҡарамаҫтан, төрлө тип һанала.
Был мәҡәлә Башҡорт Википедияһының яҡшы мәҡәләләр исемлегенә инә. |
Сәғәт бүлкәттәренең формалашыуы бер яҡтан Ерҙең үҙ күсәрендә әйләнеүенә, ә икенсе яҡтан яҡынса тигеҙ булған төбәк ваҡыты (уларҙың айырмалары бер сәғәткә бүленә) менән территорияларҙы (ваҡыт зоналары) билдәләүгә бәйле. Һөҙөмтәлә 24 административ сәғәт бүлкәте һәм улар әҙме-күпме булһа ла географик сәғәт бүлкәттәренә яҡын булырға тейеш тигән ҡарарға килгәндәр. Гринвич меридианы, нолле сәғәт меридианы, урта меридиан (UTC±00:00) иҫәпләү нөктәһе тип ҡабул ителгән.
Хәҙер ваҡыт Гринвич ваҡыты (GMT) урынына индерелгән Бөтә донъя координациялы ваҡыт (UTC) менән урынлаштырыла. UTC шкалаһы халыҡ-ара атом ваҡытының (TAI) тигеҙ үлсәмле шкалаһында нигеҙләнә һәм ҡулланыуға уңайлыраҡ булып тора. Сәғәт бүлкәттәре UTC-тан ыңғай (нолле меридиандандан көнсығышҡа) һәм кире (нолле меридиандан көнбайышҡа) яҡтарға үҙгәрә ала. UTC буйынса ваҡыт ҡышҡы һәм йәйге ваҡытҡа бер ваҡытта ла күсерелмәй.