Татар Малаяҙы

Рәсәйҙең Башҡортостан Республикаһы Салауат районындағы ауыл From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Татар Малаяҙы (рус. Татарский Малояз) — Башҡортостандың Салауат районындағы ауыл Советы үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 586 кеше[2]. Почта индексы — 452490, ОКАТО коды — 80247835001.

Ҡыҫҡа факттар Ил, Федерация субъекты ...
Remove ads

Географик урыны

Татар Малаяҙы Йүрүҙән йылғаһы ҡушылдығы Малаяҙ йылғаһы буйында, район үҙәге Малаяҙ ауылынан төньяҡҡа табан 3 километр һәм Кропачёво (Силәбе өлкәһе) тимер юл станцияһынан төньяҡ-көнсығышҡа табан 32 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[3].

Тарихы

1756 йылда менән керҙәшлек килешеүе буйынса Себер даруғаһы Мырҙалар улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә типтәрҙәр Малаяҙ атамаһы менән хәҙерге Татар Малаяҙы ауылына нигеҙ һалған[4].

Биләмә берәмектәренә инеүе

Ентеклерәк мәғлүмәт Теркәү йылы, Улус, ауыл советы ...

Ауылдың XIX быуаттың икенсе яртыһындағы үҫеше

XIX быуат башында Яңы Малаяҙ (хәҙер — Черепанов ауылы) исемле бүлендек ауыл барлыҡҡа килгәндән һуң, Иҫке Малаяҙ булараҡ теркәлгән.

XIX быуат уртаһынан Малаяҙ тип иҫәпкә алынған.

1795 йылда 159 кеше, 1865 йылда 85 йортта — 486 кеше йәшәгән. Игенселек, малсылыҡ менән шөғөлләнгәндәр.

Малаяҙ ауылында мәсет, училище булған.[5]

Ауылдың XX быуаттағы һәм хәҙерге үҫеше

1906 йылда Татар Малаяҙы ауылында 1817 йылда төҙөлгән мәсет, 4 бакалея кибете булған.

XX быуаттың 50-се йылдарынан хәҙергесә — Татар Малаяҙы — тип атала.

Татар Малаяҙы ауылында 1-се һанлы Малаяҙ урта мәктәбенең филиалы — Татар Малаяҙы төп мәктәбе, балалар баҡсаһы, үҙәк район дауаханаһы филиалы, Мәҙәниәт йорто, китапхана бар[6].

Халыҡ һаны

Татар Малаяҙы ауылында татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002).

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август961
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар692
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар478
2002 йыл 9 октябрь602
2010 йыл 14 октябрь58628630048,851,2

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Remove ads

Билдәле кешеләре

  • Ғәниев Хәбиб Абдрахман улы (17.12.1909—20.12.1970), генерал-майор, совет хәрби начальнигы һәм йәмәғәт эшмәкәре, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Ике Ленин, өс Ҡыҙыл Байраҡ, ике Ҡыҙыл Йондоҙ һәм I дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры.
  • Нәҡи Иҫәнбәт (29.12.1899—12.09.1992), яҙыусы, Татарстандың халыҡ яҙыусыһы, шағир, драматург, прозаик, ғалим-фольклорсы һәм филолог (1986), Ғабдулла Туҡай исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1957), РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1959), ТАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. Ленин (1957), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1969) һәм Халыҡтар дуҫлығы (1980) ордендары кавалеры.
  • Камалетдинова Фәриҙә Мирсаяп ҡыҙы (25.08.1916—15.01.2008), башҡорт театр актёры, 1967 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1972).
  • Хәбирова Ғәлимә Фәтҡулла ҡыҙы (17 август 1928 йыл) — травматолог-ортопед-ғалим, медицина фәндәре докторы (1982. Татар АССР-ының атҡаҙанған табибы (1985), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1969) һәм СССР уйлап табыусыһы (1986).
  • Ғибаҙуллин Барый Ғибаҙулла улы (1909 й. тыуған —) — тарих фәндәре кандидаты (1947), Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, танкист, Курск дуғаһындағы алышта ҡатнашҡан, Еңеүҙе Прагала ҡаршылаған. СССР Фәндәр Академияһы Башҡорт филиалы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында өлкән фән хеҙмәткәре, Башҡорт дәүләт медицина институтында доцент булып эшләй. Б.Һ.Әхмәҙиев, Х. А.Ғафаров менән берлектә, «На земле легендарного Салавата» китабының авторҙашы (Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988)[7].
  • Ғибаҙуллин Вәғит Ғибаҙулла улы (27.10.1917 й.тыуған) — 1929 й. Малаяҙ башланғыс мәктәбен тамамлаған, Лаҡлы колхоз йәштәре мәктәбендә, 1932 й. Силәбе өлкәһендәге Ялан-Ҡатай ауыл хужалығы (1933 йылдан Троицк) техникумында уҡыған. 1936 й. Башҡортостан ауыл хужалығы институтының рабфагына инә. 1941 й. институтты тамамлағандан һуң, йүнәлтмә менән Төркмәнстан Республикаһының Ташауыз техникумында уҡытырға ебәрелә. 1947 й. Коммунистар партияһы ағзаһы. 1955 й. 35-меңселәр сафында БАССР-ҙың Шишмә районындағы Будённый исемендәге колхоз рәйесе. 1961 йылдан Башҡортостан ауыл хужалығы етәксе кадрҙарының белемен камиллаштырыу мәктәбе директоры. 1966 йылдан Башҡортостан ауыл хужалығы институты проректоры. 1971 йылда Мәскәүҙә Тимирязев Академияһында кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай[8].
Remove ads

Дауахана тарихы

Урамдары

  • Үҙәк урам (рус.  Центральная (улица)[9]

Тирә-яҡ мөхит

Ер-һыу атамалары

Тауҙар:

Йылғалар:

Шишмәләр:

Ялан-бесәнлектәр:

Таусыҡтар, түбәләр:

Башҡа урын-ер атамалары:

Шулай уҡ ҡарағыҙ

  • Ҡаратаулы ырыуы

Ауыл тураһында ваҡытлы матбуғат

Әҙәбиәт

  • Земля салаватская, земля батыра./ Автор-составитель: Сабирьянова С. Г. — Уфа: АН РБ, Гилем, 2010. — 400 с. (рус.)

Сығанаҡтар

Һылтанмалар

Иҫкәрмәләр

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads