Терракотанан яһалған армия
From Wikipedia, the free encyclopedia
Терракотанан яһалған армия (ҡытай |兵馬俑|兵马俑|bīngmǎ yǒng|бинма юн) — Ҡытайҙа император Цинь Ши Хуан мавзолейы янында ерләнгән терракотанан яһалған ҡытай яугирҙары скульптуралары. Был скульптуралар егерме быуат элек эшләнгән һәм Сиань ҡалаһы янында ергә күмелгән булған. 1974 йылда фермерҙар һыу ҡойоһо ҡаҙыған ваҡытта табылалар. Меңдәрсә яугир һәм ат фигуралары табыла. Һуңға мәғлүмәт буйынса 6000, һәм меңдәрсәһе әле ҡаҙып алынмаған.
Ҡытай тарихсыһы Сыма Цянь белделеүенсә, Цинь Ши Хуан Б. Э.Т 221 йылда Ҡытайҙың беренсе императоры булғанға тиклем был армияны төҙөргә ҡушҡан. Эштәр Б. Э.Т 247 йылда Цинь король булғас башлана[1]. Был фигуралар Цинь үлгәс, теге донъяла уны һаҡлау өсөн эшләнә. Ул Б. Э.Т 210 йылда вафат була. Ер аҫтындағы ҡаланы 700,000 эшсе төҙөй. Ҡала байлыҡ менән тултырылған һәм матур итеп биҙәлгән була. Ҡытай хөкүмәтенең ер аҫтындағы һарайҙы ҡаҙып алырға пландары юҡ.
Һәр яугир балсыҡтан эшләнгән. Уларҙың оҙонлоғо 2-шәр метр, армия командирҙары тағы ла бейегерәк. Скульптуралар шул тиклем ентекләп эшләнгән, уларҙың һәр береһенең йәшен, чинын һәм индивидуаллеген билдәләп була. Бер-береһенә оҡшаған ике һалдат юҡ. Ҡайһы берҙәре кинжал, уҡ, йәйә, ҡылыс, һөңгө менән коралланған.