Тимериҙәр
Аҡһаҡ Тимер династияһы / From Wikipedia, the free encyclopedia
Тимериҙәр (Тимуридтар) — Мәүрәннәһр һәм бөгөнгө Иран, Ираҡ биләмәләрендә 1370-1507 йылдарға тиклем хакимлыҡ иткән урта быуат төрки династия ( династияның бер тармағы Бадахшанда 1585 йылға тиклем идара иткән). Династияға нигеҙҙе атаҡлы ғәскәрбашы Аҡһаҡ Тимер һалған. Ул сығышы менән барлас ырыуынан булған. Тимериҙәрҙән Заһир әд-дин Мөхәммәд Бабур 1526 йылда үҙе Һиндостанда Бөйөк Моголдар империяһы хакимдары династияһын башлап ебәргән.