Торатау
From Wikipedia, the free encyclopedia
Торатау (шәжәрәләрҙә Турағ тағ) — Стәрлетамаҡ ҡалаһынан көнсығышта ҡалҡып торған һоҡланғыс тауҙарҙың береһе. Икенсе төрлө шихан тип тә атайҙар.
Был терминдың башҡа мәғәнәләре лә бар, ҡарағыҙ: Торатау (мәғәнәләр).
Ҡыҫҡа факттар Тау һырты, Дәүләт ...
Торатау | |
Тау һырты | Көньяҡ Урал |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Ишембай районы |
Был объекттан күренештәр категорияһы | Category:Views from Toratau[d] |
Торатау Викимилектә |
Ябырға
Торатау — боронғо замандарҙа хандар нығытмалары, шул иҫәптән «башҡорт халҡына билистиҡлал хан улмыш» Торахандың пайтәхете, ставкаһы торған урын. Шәжәрәлә, легендәләрҙә хәбәр ителгән был мәғлүмәт бөтәһенән элек башҡорт халҡының урта быуаттарҙағы тарихы, топонимикаһының серҙәре.