Туберкулёз
From Wikipedia, the free encyclopedia
Туберкулёз (лат. tuberculum «төйөр») — кеше һәм хайуандар араһында киң таралған йоғошло ауырыу [1]. Ауырыу Mycobacterium tuberculosis (Кох таяҡсыҡтары) кеүек микробактериялар арҡаһында барлыҡҡа килә[1]. Туберкулёз беренсе сиратта үпкәне зарарлай. Башҡа орган һәм системаларға уның зыяны әҙерәк тейә. Mycobacterium tuberculosis сирле кеше һөйләшкәндә, йүткергәндә һәм сәсәгәндә тапшырыла [2]. Ауырыу йоҡҡандан һуң симптомһыҙ үтә, һәм ул йәшерен инфекцияның ундан береһе актив формаға күсә [3].
Был мәҡәлә Башҡорт Википедияһының яҡшы мәҡәләләр исемлегенә инә. |
Ҡыҫҡа факттар МКБ-10, МКБ-9 ...
Туберкулёз | |
| |
МКБ-10 | |
---|---|
МКБ-9 | |
OMIM |
607948 |
DiseasesDB |
8515 |
Туберкулёз Викимилектә | |
Ябырға
Үпкә туберкулёзы билдәләре — оҙайлы ҡаҡырыҡлы йүтәлләү, ҡайһы саҡта ҡанлы ҡаҡырыҡ, һуңғы стадияһында биҙгәк башлана, хәлһеҙлек, төндә тирләү һәм ябығыу.