Тундра
From Wikipedia, the free encyclopedia
Тундра (от фин. tunturi — урманһыҙ яҫы түбә[1]; рус диалекттарында сендуха[2]) — урман үҫемлектәренең төньяҡ сигенән ситтә ятҡан тәбиғи зоналар күренеше, диңгеҙ һәм йылға һыуҙары үҙәне булмаған туң тупраҡлы арауыҡ.
Тундра тайга зонаһынан төньяҡтараҡ урынлашҡан. Тундраның өҫкө йөҙө буйынса һаҙлыҡлы, торфлы, ташлы була. Тундраның көньяҡ сиген Арктика башы тип ҡабул итәләр. Тундраның төньяғы арктик сүллек зонаһы менән сикләнгән[4].[3] Ҡайһы берҙә «тундра» термины Антарктиданың оҡшаш тәбиғәт райондарына ҡарата ҡулланыла.
Тундраның төп һыҙаты — ҡырыҫ климат, сағыштырмаса юғары дымлылыҡ, көслө елдәр һәм күп йыллыҡ туңлыҡ шарттарында һаҙлыҡлы уйһыулыҡтар.