Тымыҡ Дон казактарына һәйкәл
From Wikipedia, the free encyclopedia
Тымыҡ Дон казактарына һәйкәл — Кружилинский хуторы эргәһендә, Миллерово — Вешенская З271 трассаһының 120-се километрында урынлашҡан скульптура композицияһы. Скульпторҙар Н. В. Можаев, Э. М. Можаева һәм Н. Н. Щербаковтың эше дон казагының йыйылма образы булып тора. Скульптура алыҫтан уҡ күренә, сөнки уның бейеклеге, ҡурған менән бергә 14 метрға етә, монумент юл сатында тора[1]. Ростов өлкәһе Мәҙәниәт министрлығының 2015 йылдың 16 ноябрендәге ҡарары менән һәйкәл төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекттары исемлегенә инә[2].